Кисә поезд проводнигы булып эшләгән 41 йәшлек ҡатын полицияға шылтырата һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы "Магнит" магазинына бомба һалынған, тип хәбәр итә. Урынға шунда уҡ хоҡуҡ һаҡлаусылар йүнәлә. Был хаҡта ufacitynews порталы хәбәр итә.
Магазиндан һәм уға яҡын биналарҙан 240 кешене эвакуациялайҙар. Саперҙар магазинды, яҡындағы складты ентекле тикшерә, әммә бер ни ҙә тапмай. Бәхеткә күрә, хәбәр ялған була.
Һөҙөмтәлә хоҡуҡ һаҡсылары "шаяртыусы"ның үҙенә бара. Баҡтиһәң, ул иҫерек булып сыға. Полиция участкаһында ул үҙенең ғәйебен таный. Әле был осраҡ буйынса ентекле тикшереү эше бара.
Ғәҙәттә, бындай ҡара шаярыуҙар менән аңһыҙ бала-саға булышыусан, арыу уҡ йәштәге ҡатындың был аҙымы башҡа һыймай. Ә бит яза саралары ябайҙан түгел...