Һәр кемдең бер тапҡыр булһа ла ошондай хәлгә тарығаны барҙыр. Ниңә тип уйлайһығыҙмы?
Төштәр буйынса белгес Росс Кальвиндың белдереүенсә, кеше төш барышында “хыяллана” икән, шуға ваҡытында уяныу “кисектергеһеҙ”. Сөнки һәр уй-хыял ҡасан да булһа өҙөлә, туҡтауһыҙ дауам итә алмай.
Кеше төндә биш-алты төш күреү һәләтенә эйә. Тик бына уларҙың бары һуңғыһы ғына хәтерҙә уйылып ҡала икән. Өҫтәүенә тап ул төрлө ваҡиғаларға бай була. Был иһә төштөң икенсе өлөшө тип атала. Уны тиҙ фаза тип йөрөтә белгестәр. Ә бына төштөң тәүге өлөшө – оҙоно – артыҡ хәтерҙә ҡалмай. Асыҡланыуынса, уянған сағыбыҙҙа күргән төштәр генә хәтер “янсығы”нда һаҡланып ҡала икән. Өҫтәүенә был мәлдә мейе лә шәберәк эшләй башлай һәм көслө, хатта кешене уянырға мәжбүр иткән уй-хисте генә “һөҙөп” алып ҡала. Тап шуға ҡай саҡ төштөң аҙағын күреп өлгөрмәү хисе менән йоҡонан уянабыҙ икән.
Хәйерле төн, дуҫтар. Тәмле төштәр күрегеҙ!