Сибай ҡалаһында була был хәл. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, урындағы дауаханаға бысаҡтан йәрәхәтләнгән бер ирҙе алып киләләр.
Асыҡланыуынса, Иҫке Сибай ауылынан 29 йәшлек егет магазин янында 49 йәшлек ир менән таныша. Өлкәне йәшенән аҙыҡ-түлек һатып алып биреүен һорай. Тегеһе бер һүҙһеҙ ризалаша. Аҙаҡ улар "дуҫлыҡ"ты иҫерткес эсемлектәр менән нығытырға булып, күпләп араҡы, һыра ала.
Бер аҙҙан 49 йәшлек ир егеткә бер иптәшенең фатирына барып табын ҡорорға тәҡдим итә. Етмәһә, ҡыҙҙарҙың да буласағын белдерә. Әлбиттә, йәш кеше был тәҡдимгә шатланып ризалаша. Шулай ике "дуҫ" Сибай ҡалаһындағы бер фатирға юллана. Тик унда ингәс, ҡыҙҙарҙың булмауы асыҡлана, һәм йәне көйгән егет яңы таныштарына йоҙроҡ менән ташлана. 49 йәшлек иргә уның был ҡылығы оҡшамай, кеҫәһенән тиҙ генә бысаҡ сығарып, егеттең эсенә сәнсә. Ҡанға батҡан танышы табиптарға мөрәжәғәт итмәй, Иҫке Сибайға ҡайтып китә. Өйөнә еткәнсе ныҡ хәлһеҙләнә, һөҙөмтәлә "Ашығыс ярҙам" машинаһын саҡырта. Килгән табиптар егеттең ауыр яраланыуын билдәләй һәм дауаханаға оҙата. Әле ҡазаланыусы реанимацияла ята.
Бер нисә сәғәттән һуң ҡаланың полиция хеҙмәткәрҙәре ғәйепләнеүсене ҡулға ала. 49 йәшлек ирҙең күптән түгел генә төрмәнән сыҡҡаны асыҡланған. Уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.