Йәмғиәт
1 Апреля 2020, 13:00

Иртән уянмаған...

Хәйбулла районының Бүребай ауылында сабыйҙың үле кәүҙәһе табылған.

Бала үлеменән дә ауыр ҡайғы юҡтыр, моғайын. 27 мартта Хәйбулла районының Бүребай ауылында йәш сабыйҙың үле кәүҙәһен тапҡандар.
Әле йәшәп тә өлгөрмәгән бала ни рәүешле вафат булған? Уның мәйетен иртән табалар. Сабыйға бер нисә көн элек кенә өс ай тулған булған.

Райондың хоҡуҡ һаҡлау органдары белдереүҙәренсә, балала тән йәрәхәттәре булмаған. Ул йоҡлаған мәлдә тонсоғоп үлгән, тип фаразлайҙар.
Әле мәрхүмдең кәүҙәһе суд-медицина экспертизаһына ебәрелгән. Табиптар үлем сәбәптәрен асыҡлаясаҡ.

Ата-әсәләр ҙә балаларына ҡарата иғтибарлы булһын ине. Бәлки, иғтибар ҙурыраҡ булһа, аяныслы ваҡиғалар ҙа беҙҙе урап үтер ине. Сабырлыҡ, түҙемлек юлдаш булһын яҡындарына.

Фото: Yandex.ru
Читайте нас