Йәмғиәт
7 Мая 2020, 10:45

Һөйгәненә – икенсегә бысаҡ менән...

Был ҡот осҡос хәл Межгорье ҡалаһында теркәлгән.

Был ҡот осҡос хәл Межгорье ҡалаһында теркәлгән. Ир менән ҡатын май байрамдарын билдәләргә булған. Бының өсөн улар спиртлы эсемлек һатып алған һәм табын ҡорған. Тик бына 32 йәшлек гүзәл зат вәкиле янъял сығарған һәм иренең күкрәгенә бысаҡ менән сәнскән.
Баҡтиһәң, бындай хәл беренсе тапҡыр ғына ҡабатланмай икән. 36 йәшлек ир 2015 йылда ла хәләл ефетененең бысаҡ менән яралауы арҡаһында дауаханаға эләккән була. Ә 2017 йылда иһә ҡатыны иренең дуҫына ла бысаҡ менән ташланған. Ул саҡта ике яҡ үҙ-ара килешеп, таныштары дәғүә белдермәгән.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, янъялсы ҡатын полиция бүлегенә килтерелгән һәм үҙ ғәйебен таныған Ул был аяныслы ваҡиғаның килеп сығыуына үкенес белдергән.
Тағы “йәшел йылан” фажиғәгә килтергән. Ул берәй көн “сағыуынан” туҡтармы икән?
Статистика мәғлүмәттәренә күҙ һалһаҡ, ғәҙәттә, ҡатындар өйҙәге йәберләүгә дусар була. Икенсе урында – балалар, өсөнсө урында иһә оло йәштәгеләр. Зыян күргән ирҙәр аҙыраҡ – биш процент тәшкил итә.
Фото: magiya.guru.
Читайте нас