Башҡортостан
-10 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Май 2020, 23:55

"Ул һиңә тиң түгел..."

Ләйсәндең ауырға ҡалғанын белһә лә, эште оҙаҡҡа һуҙмай, улын өйләндереп тә ҡуйҙы. Әсәһенең һүҙенән сыҡмай үҫкән Илмир ҡаршы тора алманы, күнде...

"Балаһын бәхетле итеп күрергә теләгән әсә ниндәй генә аҙымға бармай...
Илмир менән Ләйсән беҙҙә танышты. Ҡыҙымдың тыуған көнөн билдәләргә йыйылғайныҡ. Ләйсән - әсәйемдең әхирәтенең ҡыҙы, уны тыуғанынан алып беләм тиһәм дә була. Төҫкә-башҡа сибәр генә. Тик бала саҡта ауырыуы сәбәпле психикаһына аҙыраҡ зыян килгән. Тыштан ҡарауға беленмәй ҙә ул, әммә ҡыҙ бер коллективта ла баҫылып ҡына эшләй алмай, әсәһенең елкәһендә йәшәй.

Илмир беҙгә туған тейешле - иремдең ағаһының улы. Етеш ғаиләлә үҫкән, ныҡыш. Күреү буйынса икенсе төркөм инвалиды булыуға ҡарамаҫтан, спорт менән шөғөлләнә, хатта паралимпия уйындарында ла ҡатнашҡан.

Кем уйлаған инде был икәүҙең араһында мөхәббәт уты уянып, бер-береһенә эҫенеп китерҙәр тип. Ҡырҙан ҡарап торғанда тап килеп кенә торалар ҙа бит. Әммә егеттең әсәһе тәүҙән ҡырҡа ҡаршы төштө. Уларҙы төрлө сәбәптәр менән айырырға тырышты. Ләйсәнде үҙенең улына тиң түгел тип иҫәпләй ине ул. Шулай ҙа йәштәр осрашып йөрөнө. Был ваҡытта әсә ныҡышып улына икенсе кәләш эҙләне, тәки тапты. Ләйсәндең ауырға ҡалғанын белһә лә, эште оҙаҡҡа һуҙмай, улын өйләндереп тә ҡуйҙы. Мул ғына мәһәрен дә йәлләмәне. Әсәһенең һүҙенән сыҡмай үҫкән Илмир ҡаршы тора алманы, күнде.

Әле Ләйсән өс айлыҡ сабыйы менән яңғыҙы. Пенсия йәшенә етеп килгән әсәһенең аҙ ғына эш хаҡына көн күрәләр...

Ә Илмир өйләнгән кәләш йүнсел ғаиләнән, фатирлы, машиналы, һәйбәт урында эшләй. Донъяла Ләйсән тигән ҡатын менән сабый барлығы хаҡында белмәй ҙә йәшәп ята..."
(Өфө районында йәшәгән ҡатын һөйләгәндәренән. Исемдәр үҙгәртеп алынды).
Фото: pixabay.com
Читайте нас в