Йәмғиәт
15 Мая 2020, 06:16

Өйҙән сыға башлайбыҙ!

Әммә юғары әҙерлек режимы әле ғәмәлдә.

12 майҙа Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәнең ҙур өлөшө ҡурсаланыу режимынан сығыу һәм иҡти­сади эшмәкәрлекте йәнләндереү мәсьә­ләләренә арналды.


Төбәк етәксеһе шуға иғтибар итте: республикала юғары әҙер­лек режимы һаҡланып ҡала, үҙ-үҙеңде изоляциялау әлегә тулыһынса ғәмәлдән сыҡмай.
– Юғары әҙерлек режимы һаҡлана. Ул барлыҡ дәүләт, муниципаль органдар һәм учреждениелар, ойошмалар һәм предприятиелар өсөн ҡала. Үҙ-үҙең­де изоляциялау режимы тулы­һынса бөтмәй әле. Быға ҡағы­лышлы норма һәм ҡағиҙәләр күп, – тине Радий Хәбиров.
Режим 65 йәштән өлкәндәр, хроник сирҙәре булған кешеләр һәм уҡыусы балалар өсөн һаҡлана. Тәүгеләре иртәнге сәғәт 6-нан киске 6-ға тиклем, уҡыусылар көндөҙгө 2-нән киске 8-гә тиклем урамға сыға ала. Тәүлектең башҡа ваҡытында был кешеләр өсөн сикләүҙәр ғәмәлдә ҡала.
Сит илдәрҙән, Мәскәү, Санкт-Петербург һәм башҡа эпидемиологик яҡтан хәүефле төбәк­тәрҙән ҡайтҡан, сирлеләр менән бәйләнештә булған кешеләр шулай уҡ режимды һаҡларға тейеш.
Бынан тыш, битлек һәм бирсәткә кейеү мотлаҡ. Уларҙы кеймәгән өсөн штрафтар индерелде. Парктар һәм скверҙар асылды, тик бында ла ҡағиҙәләр үтәлергә, кешеләр социаль арауыҡ һаҡларға, һаҡланыу саралары ҡулланырға тейеш. Парк­тар төнгөлөккә ябыласаҡ.
Эшкә сығыуға килгәндә, Радий Фәрит улы тыйылған тармаҡтарҙы атап үтте. Был – төнгө клубтар, кинотеатрҙар, секциялар, түңәрәктәр, балалар өсөн күңел асыу үҙәктәре, фитнес-үҙәктәр, бассейндар һәм башҡа спорт объекттары, ҙур сауҙа үҙәктәре, мунса һәм сауналар. Башҡа тармаҡтар барлыҡ санитар талаптарҙы иҫәптә тотоп эшләй башларға тейеш. 12 майҙан үҙмәшғүл­дәргә эшләү рөхсәт ителде.


Балалы ғаиләләр, һеҙҙең өсөн!


Оператив кәңәшмәлә ил Президенты Владимир Путиндың мөрәжәғәтендә әйтелгән ярҙам төрҙәре буйынса һөйләшеү булды.
3 йәштән 16 йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләргә бер тапҡыр 10 мең һум түләнәсәк, тиелгәйне унда. Башҡорт­ос­танда был ярҙамды 700 мең­дән ашыу бала аласаҡ. Был түләүҙе алыр өсөн килем һәм башҡа күр­һәткестәр иғтибарға алынмай, ярҙам һәр балаға күрһәтеләсәк. Ғаризалар 1 октябргә тиклем ҡабул ителәсәк.
Түләүҙе алыу өсөн дәүләт хеҙмәттәре порталында ғариза бирергә кәрәк. Шулай уҡ йәшәгән урын буйынса Пенсия фондына мөрәжәғәт итергә була. Түләүҙе Пенсия фондының территориаль органы 2020 йылдың июненән башҡарасаҡ.
Башҡа ярҙам төрҙәре лә ғәмәлдә буласаҡ. Быға тиклем Владимир Путин, өс йәшкә тиклемге балалары һәм әсәлек капиталына хоҡуғы булған ғаиләләр өс ай дауамында бишәр мең һум аласаҡ, тигәйне. Был ярҙам төрөндә бер ни тиклем сикләүҙәр бар ине, тейешле ваҡыттан һуңыраҡ тыуғандар уға дәғүә итә алмай ине. Хәҙер бөтә ғаиләләр ҙә уны аласаҡ. Шулай уҡ әсәлек капиталына хоҡуғы булмағандар ҙа был ярҙамға дәғүә итә. Тағы бер сара: ата-әсәләрҙең береһе йә икеһе лә эшен юғалтҡан осраҡта, уларҙың бәлиғ булмаған һәр балаһы өсөн өс ай дауамында (апрелдән июнгә тиклем) өсәр мең һум түләнә. Йәнә бер ярҙам: балалар пособиеһы 3375 һумдан ике тапҡырға артасаҡ.
Алдараҡ белдерелгән сара – өс йәштән ете йәшкә тиклемге аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр 1 июн­дән был пособиены юллай аласаҡ. Улар ай һайын 5,5 мең һум аласаҡ. Шуныһы, аҡса йыл башынан килгән осор өсөн йыйылып бирелә. Һәм июндә бер бала өсөн ғаилә шунда уҡ алты айҙың аҡсаһын, тимәк, 33 мең һум самаһы аласаҡ. Артабан 5,5 мең һум кимәлендә түләү дауам итәсәк.
Радий Хәбиров был йәһәттән бик тиҙ эшләргә ҡушты. Кешеләр ниндәй ярҙамға дәғүә иткәнен ныҡлы белергә һәм был түләүҙәрҙе алырға тейеш.


Сирлеләрҙе бар республиканан ҡабул итәсәктәр


Әлеге ваҡытта Өфө янында тө­ҙөлгән инфекция үҙәгендә бөтә республиканан СOVID-19 менән сирлеләрҙе ҡабул итәсәктәр. Бын­дай йөкләмәне Башҡорт­ос­тан Башлығы Радий Хәбиров бирҙе.
“Бөгөн коронавирус менән сирләгән пациенттар республи­каның 43 медицина учреж­дениеһында дауаланыу үтә. Был бик уңайһыҙ. Шуға күрә дауахананы төҙөп бөтөү менән сир­леләрҙе унда күсерергә кәрәк. Бик булмаһа, Өфөгә яҡын райондарҙан булһа ла. Мин был эште 25 майҙан 29-ына тиклем башҡарыуҙы һорайым. Бында шарттар ҙа, дауалау ҙа, техник йыһазландырыу ҙа күпкә яҡ­шы­раҡ”, – тине Радий Хәбиров.
Бынан тыш, төбәк етәксеһе 20 майҙан алып госпиталь янындағы ятаҡтарға медицина персоналын урынлаштыра башларға тәҡдим итте. Алдараҡ хәбәр итеүебеҙсә, был ятаҡтар әллә ҡасан төҙөлөп бөттө, әҙер.
Хәтерегеҙҙә булһа, был инфекция үҙәген март аҙағында төҙөй башлағайнылар. Медицина учреждениеһы 16 мең квадрат метр ерҙе биләй. Унда 100 палата буласаҡ. Уларҙың 82-һе айырым боксты, ә 18-е реанимация бүлексәһен тәшкил итәсәк. Дауахана 450-гә тиклем сирлене ҡабул итә ала. Үҙәк эсенә шулай уҡ диагностика, дезинфекция, лаборатория, дарыухана һәм үҙәк стерилләш­тереү бүлексәләре инә.
Дауахананы төҙөү 971 миллион һумға төшә, уны медицина ҡорамалдары менән тәьмин итеү өсөн 826 миллион һум тото­но­ласаҡ. Объектты тапшырыу 25 майға тәғәйенләнгән. Был турала Хөкүмәт Премьер-ми­нистры­ның беренсе урынбаҫары Андрей Назаров һөйләне.
Әле биҙәү эштәре менән бер­лектә тирә-яҡ биләмәне төҙөк­ләндереү ҙә бара. Тәүлек әйлә­нәһенә алһыҙ-ялһыҙ тир түккән төҙөүселәр эште ваҡытында тамамлар һәм билдәләнгән ва­ҡытта бында дауалау башланыр тип көтөлә.


Бәләкәй ҡалалар ҙа матур булһын


Башҡортостанда уңайлы ҡала мөхитен булдырыу йәһә­тенән эштәр туҡтамай. Быйыл был маҡсатта дөйөм алғанда 2,3 миллиард һум аҡса йүнәл­теләсәк. Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ваҡытында вице-премьер, республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев проект­тың нисек тормошҡа ашырылыуы тураһында һөйләне.
– Финанслау ике йүнәлешкә бүленә: 1 миллиард 419 миллион һум аҡса – заманса ҡала мөхитен булдырыу өсөн, 970 миллион һум бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы ҡала мөхитен булдырыуға тотоноласаҡ, – тине ул.

Аҡсаның ҙур өлөшө федераль ҡаҙнанан, ҡалғаны республика һәм муниципаль бюджет­тарҙан алынасаҡ.
Борис Беляевтың докладын тыңлағас, Радий Хәбиров Белорет ҡалаһындағы хәл менән ҡәнәғәт булмауын белдерҙе.

– Яңыраҡ ҡына Белорет ҡа­лаһында булдыҡ, предприя­тиеларҙы ҡараныҡ. Предприятиелар ҙа, кешеләр ҙә һәйбәт, тик ҡала үҙе шул тиклем ҡарал­маған. Эйе, мөмкинлек сиктә­рендә уны йыйыштырғандар, бордюрҙарҙы буяғандар, тик унда уңайлы мөхит булдырыу менән шөғөлләнмәгәндәре күре­неп тора. Белорет халҡы матур ҡалала йәшәргә лайыҡлы. Бер-ике йыл эсендә уны тәртипкә килтерергә кәрәк, – тине республика етәксеһе.


Ауылда ла интернет кәрәк


Республиканың Һанлы үҫеш министрлығы алыҫта урын­лашҡан ауылдарҙы интернет менән тәьмин итеү өсөн дәүләт-шәхси партнерлыҡ програм­маһын тормошҡа ашырырға йыйына. Министр Геннадий Разумикин был мәсьәлә буйынса билдәле сымһыҙ бәйләнеш операторы менән берлектә эшләгән проектты сираттағы “Инвестиция сәғәте”нең береһендә ҡарар­ға тәҡдим итте. Финанстарҙы 60/40 нисбәттә бүлеү күҙаллана. Сығымдарҙың ҙурыраҡ өлөшөн – дәүләт, ҡалғанын инвестор үҙ өҫтөнә алырға тейеш. Тормошҡа ашырыу ваҡыты – бер йыл.
Геннадий Разумикин белде­реүенсә, милли проект буйынса социаль әһәмиәттәге объект­тарҙы һанлаштырыу менән шөғөлләнгән операторҙар ха­лыҡты интернет менән тәьмин итмәй. Ялыуҙар башлыса сүс-оптика үткәргесе булған, тик өйҙәргә инеп етмәгән улты­раҡтарҙа йәшәгән йәки ҡеүәт етмәгәндән интернетлы була алмаған кешеләрҙән килә. Ведомство тап ошондай хәлдә ҡалғандарға ярҙам итеү яҡлы. Интернет кеше һаны 250-нән кәм булмаған ауылдарға үткә­реләсәк.
Министрлыҡ белгестәре интернетты сүс-оптика үткәргесе булған һәм интернет йорттарҙың 50 проценттан күберәгенә үткән, шул уҡ ваҡытта артабан кешеләргә бүлеү мөмкинлеге булмаған ултыраҡтарҙы тәьмин итеүҙе маҡсатҡа ярашлы тип иҫәпләй.

Бындай хәлдә республика­ның 273 ауылында йәшәгән 96 мең кешеһе (35,5 мең йорт) ҡалған. Дөйөм алғанда сүс-оптика үткәргесе булған, тик селтәрһеҙ 914 ҙур булмаған ултыраҡта 329 мең кеше йәшәй. 27 урында инфраструктура бөтөнләй юҡ. 887-һендә иҫкер­гән ADSL селтәре генә бар, әле уның менән файҙаланып булмай. Тик 15 ауыл ғына GPON мәғлүмәт тапшырыу селтәре менән тәьмин ителгән.


Көндәр ҙә ыңғай тора


Республика Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов яҙғы сәсеү эштәре барышы менән таныш­тырҙы.
11 майға ҡарата уртаса алғанда 1 миллион 32 гектарҙа иген, ҡуҙаҡлы иген һәм техник культуралар сәселгән. Был – яҙғы сәсеүҙең дөйөм күләменең яртыһы самаһы. Аграрийҙар ҡыш­ҡы ужымды туҡландырыу һәм дым ҡаплау буйынса эш­тәрҙе тулыһынса тамамлаған. Уҙған аҙна эсендә генә яҙғы сәсеү эштәре майҙаны 700 мең гек­тарға артҡан.
Стәрлебаш, Шаран, Дүртөйлө һәм Илеш райондары яҙғы сәсеүҙе 70 процент майҙанда атҡарған. Илештәргә иһә эштәрҙе тамамлау өсөн 17 процент сәсергә генә ҡалған.
Илшат Фәзрахманов белдере­үенсә, ауыл хужалығы сәнәғәте предприятиеларын санитария-эпидемиология талаптарын үтәүгә тикшереүҙәр дауам итә. Барлығы 198 ойошма тик­ше­релгән, ошо ваҡыт эсендә ни бары бер генә протокол төҙөлгән. Кешеләр башлыса бар талап­тарҙы үтәй, сәсеү эштәрендә күптәр техника менән берәмләп-икешәрләп кенә эшләй.
Читайте нас