Быйыл “Иң айыҡ ауыл” республика конкурсында Ейәнсура районының Башҡорт Үргене ауылы алдынғылыҡты бирмәне.
"Беҙҙә халыҡ тырышып донъя көтә, – тип һөйләй Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юланов. – Үрген иһә барыһына ла өлгө. Ауылдарҙың һәр береһе дөйөм үҫешкә тос өлөш индерә, тормошобоҙҙо биҙәй".
Өлгө тигәндән, үргендәр айыҡ тормош алып барыуҙан айырмалы, ауылды гөл баҡсаһына әйләндереүҙе маҡсат итеп ҡуйған. Күптән түгел Бәхет шишмәһен тәртипкә килтереүҙәре - шуға асыҡ миҫал.
Яңы Петровка ауылы хакимиәте башлығы Илфат Аҡсуриндың һүҙҙәренә ҡарағанда, Бәхет шишмәһе үргендәрҙең генә түгел, ә ҡунаҡтарҙың да яратҡан урыны. Шуны иҫәпкә алып, был урында тәртип-таҙалыҡ урынлаштырғандар. Ир-ат сәскәләр ултыртыу өсөн урын әҙерләһә, ҡатын-ҡыҙ сәскә сәскән, беседканы буяған. Айырыуса Сажиҙә һәм Радик Янбаевтар һәм уларҙың ейәнсәре Алтынай, Гөлнур, Радик Зариповтар, Гөлсиә Бикбаева, Нурия Зарипова, Фәрзәнә Аҡсурина һәм башҡалар ижтиһад һалған.
– Киләсәктә лә бынан кеше өҙөлмәһен, һәр кем шишмәнең тәмле һыуын эсеп шатланһын, – тине Илфат Лотфулла улы.