Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Июнь 2020, 15:30

18 миллион һум күктән төшмәгәндер...

Ул яҡын туғандарынан аҡса алып тороуына таянырға итһә лә, уларҙың бындай “оҙон” аҡсаһы булмауы раҫланған.

Балтас район Советының экс-депутатының затлы мөлкәтенән ҡолаҡ ҡағыуы мөмкин. Суд, прокуратураның талабын ҡәнәғәтләндереп, уны дәүләт ҡарамағына тапшырыу тураһында ҡарар сығарҙы.
Депутат мөлкәтенең законһыҙ юл менән табылғаны иҫбатланған. 2016 йылдан алып 2018 йылға тиклем уның ғаиләһе өс затлы торлаҡ һәм ҡиммәтле машина һатып алған. Халыҡ хеҙмәтсеһе ғаиләһенең бөтә мөлкәте 18 миллион һум тәшкил итә.
Прокуратура раҫлауынса, ғаиләнең бындай ҡиммәтле күсемһеҙ милекте алыу мөмкинлеге булмаған. Депутат яҡын туғандарынан аҡса алып тороуына таянырға итһә лә, уларҙың бындай “оҙон” аҡсаһы булмауы раҫланған. Әлегә судтың мөлкәтте тартып алыу тураһындағы ҡарары көсөнә инмәгән, тип хәбәр итә Bash.News.
Фото:Bash.News.
Читайте нас в