Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Июль 2020, 19:50

Ваҡыт аҙ ҡалды!

Ғаризалар 15 июлгә тиклем генә ҡабул ителә.

Мәғлүм булыуынса, 16 июндә коронавирус сире таралыуы шарттарында граждандар йәмғиәтен үҫтереүгә Рәсәй Федерацияһы Президенты гранттарын биреүгә коммерцияға һәм хөкүмәткә ҡарамаған ойошмаларҙан ғаризалар ҡабул ителә башлағайны. Гранттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2019 йылдың 30 ғинуарындағы Указына ярашлы бирелә. Ваҡыт аҙ ҡалды – ғаризалар 15 июлгә тиклем генә ҡабул ителә.
Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының Ресурстар үҙәге Президент гранттарының сираттан тыш конкурсына әҙерләнергә ярҙам итә. 10 июлдә ғаризаларҙы алдан ҡарау ойошторола. Бының өсөн әле үк теркәлеү – [email protected] электрон почтаһына “Экспресс 10 июля” тигән тамға ҡуйып, исем-шәрифегеҙҙе, ойошманың адресын һәм телефон һанын ебәреү шарт.
Ғаризалар түбәндәге адрес буйынса ҡарала: Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 40, 412-се бүлмә. Үҙегеҙ менән ғаризаның ҡағыҙ вариантын алыу, битлек кейеү һорала.
Әйткәндәй, ғаризаға байҡауҙы ситтән тороп та яһайҙар. Һеҙгә Президент гранттары фонды сайтында бирелгән pdf форматындағы ғаризаны тултырып, [email protected] электрон почтаһына ебәрергә кәрәк. Ресурстар үҙәге эксперттары уны ҡарағандан һуң, яҙма тәҡдимен ебәрәсәк.
Фото: gtn-pravda.ru
Читайте нас в