Башҡортостан
-10 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Июль 2020, 00:15

Оло кеше ҡаршылыҡ күрһәтә алмағас...

Ауылда йәш ир 79 йәшлек инәйгә ташлана һәм...

Был ҡырағай енәйәт 13 июлдә Мәләүез районы ауылдарының береһендә булған. 79 йәшлек ҡатындың өйөнә 44 йәшлек таныш ир инә. Ул табын ҡороп ебәреп, эсә башлай.
Иҫереп алған ир бер мәл ҡырағай рәүештә өлкән кешегә ташлана. Әбей иргә ҡаршылыҡ күрһәтә алмай. Танышы инәйҙе көсләй.
Бер нисә сәғәт үткәс, пенсионер ҡатын үҙендә көс табып, полицияға шылтырата һәм был хәл тураһында һөйләй. Тиҙ арала урынға хоҡуҡ һаҡсылары килә һәм ҡәбәхәт ирҙе ҡулға алып, бүлексәгә алып китә. Уныһы енәйәтен таный. Әле һаҡ аҫтында.
Был ваҡиға тураһында “КП-Уфа” баҫмаһы хәбәр итте.
Күренеүенсә, бында ла бәләнең башы – эскелек.
Читайте нас в