Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Август 2020, 14:35

Светлана табылған

Был хаҡта ирекмәндәр хәбәр итте.

Был хаҡта ирекмәндәр хәбәр итте.
31 июлдән алып Стәрлетамаҡта эшкә тип сығып киткән Светлана Зимина хаҡында бер ниндәй хәбәр булмағайны. Ә уны өйҙә ҡыҙы менән ире көтә ине.
Ҡатындың яҡындары ярҙам һорап ирекмәндәргә лә мөрәжәғәт иткән. Бөгөн “Отклик” эҙләү-ҡотҡарыу отряды ирекмәндәре Светлананың табылыуы һәм тере булыуы хаҡында хәбәр итте. Улар ҡатындың бер аҙна буйы ҡайҙа булғанлығы хаҡында аныҡлап яҙмаған.
Фото: “КП-Өфө”.
Читайте нас в