Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Август 2020, 12:00

Һаман хәтерҙә

Һәләк булған 118 моряк араһында беҙҙең яҡташыбыҙ ҙа бар ине.

Бынан 20 йыл элек, 12 августа илебеҙ тарихындағы ҙур фажиғәләрҙең береһе булғайны. Баренц диңгеҙендә 11 сәғәт 28 минут 26 секундта “Курск” һыу аҫты ракета крейсерының беренсе бүлексәһендә торпеда шартланы. Илдә был көн үҙенсәлекле хәтер көнөнә әйләнә башланы.
Йылдар үтһә лә һәләк булған 118 морякты юғалтыу ҡайғыһы бөтмәй. Улар араһында беҙҙең яҡташыбыҙ ҙа бар ине. Ул – Әлшәй районының Слаҡ ауылынан 40 йәшлек өлкән мичман Наил Хафизов.
Кисә ауылдаштары уны хәтергә алды. Наил Хәсән улы ерләнгән урынға ауыл хакимиәте вәкилдәре, ветерандар, моряктар, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, йәш гвардиясылар, ирекмәндәр, йәштәр һәм битараф булмаған ауылдаштары йыйылды.
– Ауыр тупрағың еңел булһан. Беҙ һине хәтерләйбеҙ! – тинеләр митингта ҡатнашыусылар һәм ҡәберлеккә сәскә һалдылар.
Хәрби бурысын үтәп һәләк булған моряктар тураһындағы изге хәтер йөрәктәребеҙҙә мәңге йәшәһен.
Читайте нас в