Йәмғиәт
22 Августа 2020, 13:30

Өфөләр байрам итә

Туҡталыштарҙа таҫмалар тараталар. Онлайн саралар ҙа күп үтә - уларҙа ҡатнашайыҡ.

Бөгөн беҙҙең әләмдең барлыҡҡа килгәненә 351 йыл тулды. Ул, герб һәм гимн менән бер рәттән, илебеҙҙең күп милләтле халҡының берҙәмлеге символы булып тора.
Рәсәй флагы көнөнә арналған патриотик сараларҙан баш ҡалабыҙ халҡы ла ситтә ҡалманы, әлбиттә. Эпидемиологик хәл сәбәпле күп кеше ҡатнашҡан саралар үткәрелмәй. Шулай ҙа һәр урында - байрам һулышы. Мәҫәлән, Өфө ирекмәндәре туҡталыштарҙа кешеләргә флаг таҫмалары таратты.
Ҡатнашыусылар барлыҡ санитар талаптарҙы теүәл үтәй, шәхси яҡланыу саралары ҡулланыла. Акция Өфө ҡалаһы хакимиәте ярҙамында үткәрелә.
"Был байрам беҙҙең бай традициялы, тарихын һәм геройҙарын белгән берҙәм халыҡ икәнлегебеҙҙе күрһәтә, – тине ирекмән Айһылыу Шәрипова. – Минең өсөн флаг – Тыуған илем символы".
Байрам көнөндә онлайн форматта ла саралар күп үтә. Өфөнөң үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы https://ufacity.info/press/news/373405.html?sphrase_id=1182848 һылтанмаһы буйынса инеп, сараларҙа ҡатнашырға саҡыра.
Бынан тыш, өфөләрҙе байрам менән “Мираҫ” фольклор ансамбле лә тәбрикләне. Уның хоры “Бейеүсе торналар” фонтаны янындағы скверҙа Рәсәй Федерацияһы гимнын башҡарҙы.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте сайты.
Читайте нас