Конкурста мәктәп, балалар баҡсалары, колледж, ҡала технопаркы, “Ғаилә” социаль ярҙам үҙәге, художество мәктәбе, “Алға, Сибай!” йәмәғәт ойошмаһы командалары ҡатнашты. Комиссия металдан, ағастан, таштан, пластиктан яһалған 33 арт-объектты баһаланы. Беренсе урынға “Тарих сәғәте” композицияһы, икенсегә – “Тимер бәүелсәк”, өсөнсөгә иһә “Баһадир ҡалағы” лайыҡ булды.