Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Сентябрь 2021, 22:30

Республика Башлығы был хәлгә битараф ҡалмаған

Төркиәлә ауыр хәлдә ҡалған яҡташыбыҙға адвокат кәрәк ине...

Республика Башлығы был хәлгә битараф ҡалмаған
Республика Башлығы был хәлгә битараф ҡалмаған

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, яҡташыбыҙ, Октябрьский ҡалаһы кешеһе Төркиәлә ауыр хәлгә ҡалғайны. Әлиә исемле 28 йәшлек ҡатынды ял ваҡытында ҡунаҡхананан аҡса янсығы урлауҙа ғәйепләнеләр һәм илдән сығармайҙар.

Хәл былайыраҡ була. Әлиә ресепшенда торған саҡта 800 доллар аҡса ятҡан янсыҡ юғала. Төрөктәр, уны тап Әлиә урлағанын дәлилләгән видеояҙма бар, ти. Ә ҡатын кеше әйберенә теймәүен дәлилләргә тырыша. Һөҙөмтәлә ялының ваҡыты үтте, ә уны илдән сығармайҙар. Әле ғаилә Анталияла күп аҡса түләп, ҡуртымға фатир алып йәшәргә мәжбүр. Уға әле адвокат кәрәк, ә страховка буйынса быны эшләй алмаған. Рәсәй юристары белдереүенсә, вәкиллек тә, консуллыҡ та янсыҡ урлау кеүек енәйәт эше өсөн юристар бирергә тейеш түгел. Шуға күрә ғаилә ныҡ ауыр хәлдә ҡалған. Был илдә юридик хеҙмәттәр ҡиммәт. Ғаиләнең ундай аҡсаһы юҡ.

Әле ошо хәлгә бәйле яңылыҡ билдәле булды. “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, яҡташыбыҙ яҙмышына Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров битараф ҡалмаған. Әлиәнең мәнфәғәттәрен яҡлау өсөн адвокатҡа республика түләйәсәк. Ҡатынға тиҙерәк был проблеманы хәл итеп ҡайтыуын теләйек.

"Башинформ". 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: