Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Сентябрь 2021, 09:34

Был төбәктә улар – иң хөрмәтлеләр

Миәкә район хакимиәте сайтынан.
Фото:Миәкә район хакимиәте сайтынан.

Миәкә районында “Атайсал” һәм “Яҡташтар-2021”  проекттарындағы район еңеүселәрен наградлау тантанаһы булды. Сарала район хакимиәте башлығы Ришат Аҡтуғанов, ауыл биләмәләре башлыҡтары, ойошма һәм предприятие вәкилдәре ҡатнашты.

“Атайсал” һәм “Яҡташтар-2021” проекттары буйынса ай ярым эсендә ирекмәндәр Миәкә халҡы араһында анкета тултырыу үткәрҙе: һәр ауылда үҙ тормошо һәм эше менән бөтә халыҡ ихтирамын яулаған граждан­дарҙан, замандаштарҙан кемдәрҙе күрһәтергә мөмкин? Һорау алыуҙа барлығы  74 691 кеше ҡатнашты.

– Быйыл яҙ тормошҡа ашырыла башлаған ошо проекттар үҙенең хеҙмәте менән билдәле бейек­лектәргә өлгәшкән һәм беҙҙең район халҡының тормошон яҡшырта барған лидерҙарҙы асыҡланы, – тине Ришат Аҡтуғанов. – Тыуған ерҙәренән алыҫта йәшәп тә райо­ныбыҙға даими ярҙам иткән яҡташ­тарыбыҙ ҙа бар. Мәҫәлән, зыярат­тарҙы төҙөклән­дереү, шишмәләр биләмәһен тәр­типкә килтереү, студенттарға ярҙам итеү, мәктәптәр өсөн ҡорамалдар алыуҙа һәм башҡа саралар уларҙың булышлығы менән үткәрелә. Район халҡы яҡташтары өсөн номинациялар буйынса тауыш биреүҙә әүҙем ҡатнашты. Бөгөн беҙ еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ һәм проектта ҡатнашыусыларҙың бөтәһе менән дә ғорурланабыҙ. Улар – районыбыҙҙың ысын мәғәнәһендәге лайыҡлы кешеләре. 

“Яҡташтар-2021” проектында түбәндәгеләр еңеүсе тип танылды: Миәкә район үҙәк дауаханаһының баш табибы Илшат Ғәлимйәнов “Һаулыҡ һаҡлау” номинацияһында, запастағы генерал-майор, Рәсәй Геройы, Миәкә районының почетлы гражданы Риф Ғиззәтуллин – “Ҡораллы көстәр, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, полиция”, “Стиль” сауҙа йорто етәксеһе Альберт Әхмәров –“Эшҡыуарлыҡ”, Миәкә районының территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Светлана Атанғолова – “Дәүләт эшмә­кәрлеге”, Ҡырғыҙ-Миәкәнең 2-се урта мәктәбе директоры Владимир Дедух – “Мәғариф”, Башҡорт­остан­дың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Айҙар Ғәлимов – “Мәҙәниәт һәм сәнғәт”, райондың ветерандар советы рәйесе Нәбирә Фәхрут­динова – “Йәмәғәт эшмәкәрлеге”, Крупская исемендәге ауыл етештереүе кооперативы рәйесе Геннадий Семенов “Ауыл хужалығы” номинацияларында билдәләнде.

– Еңеүсе булып танылыуым хаҡында ошо тантаналы сара алдынан ғына белдем, – ти Светлана Атанғолова. – Минең өсөн ул көтөлмәгән шатлыҡ булды. Наградалар төрлө була: ведомствоныҡы, дәүләттеке, хөкүмәттеке, ләкин минең өсөн бөгөнгөһө – иң юғарыһы һәм ҡиммәтлеһе, сөнки хеҙмәтемде һәм районды үҫтереүгә индергән өлөшөмдө ошонда эшләгән һәм йәшәгән кешеләр баһаланы.

- Рәшит КӘЛИМУЛЛИН. 

Читайте нас: