Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Октябрь 2021, 18:30

Ҡараярға аҡ киләсәк теләп

Ҡариҙел районында бөгөн асылған мәҙәниәт йорто Ҡараяр, Абдулла, Комсомол, Йүрүҙән, Һикеяҙтамаҡ, Арҡырытау ауылдарының мең ярымдан ашыу халҡын хеҙмәтләндерәсәк.

Ҡараярға аҡ киләсәк теләп
Ҡараярға аҡ киләсәк теләп

20 октябрҙә Ҡариҙел районының Ҡараяр ауылында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм "Башнефть" компанияһының генераль директоры Хәсән Татриев күп функциялы мәҙәниәт йортон асыу тантанаһында ҡатнашты.

1961 йылда нигеҙ һалынған мәҙәниәт йорто бинаһы ныҡ иҫкерә һәм социаль-мәҙәни объекттар алдына ҡуйылған заман талаптарына яуап бирмәй башлай. 2020 йылда “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы яңы күп функциялы мәҙәниәт йорто төҙөлә башлай. Эшкә "Башнефть" компанияһы ла үҙ өлөшөн индерә. Әйткәндәй, был - Башҡортостанда төҙөлгән 100-сө күп функциялы мәҙәниәт йорто.

“Ҡараяр ауылы халҡын иҫтәлекле ваҡиға – яңы мәҙәниәт йорто асылыуы менән ихлас ҡотлайым. Коронавирус менән бәйле еңел булмаған ваҡытта республиканың ижади коллективтарын, ауыл халҡын заманса объекттар төҙөп дәртләндерергә тырышабыҙ, мәҙәниәт учреждениеларының матди базаһын нығытабыҙ. Был бинаны төҙөүгә ҙур өлөш индергән “Башнефть” етәкселегенә рәхмәт. Компания ярҙамында республикала 260-тан ашыу социаль объект барлыҡҡа килде", - тип билдәләне Радий Хәбиров.

"Башнефть" компанияһының генераль директоры Хәсән Татриев Ҡараяр ауылы халҡына яңы ижади уңыштар теләне.

“Беҙ дауаханалар, мәктәптәр, спорт һәм мәҙәниәт объекттары төҙөүҙә ҡатнашабыҙ. Бөгөнгө сара – ҙур социаль программаның бер өлөшө. Мәҙәниәт йортоноң олоһон да, кесеһен дә туплар, берләштерер уртаҡ йортҡа әйләнеренә ышанам”, - тине ул.

Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин яңы мәҙәниәт йорто өсөн ауыл халҡы исеменән рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе, мөһим объекттың ысын мәҙәни усаҡҡа әйләнәсәгенә ышаныс белдерҙе.

Төҙөлөштө башҡарған "Акрополь" подрядсы компанияһы символик асҡысты мәҙәниәт йорто директоры Лилиә Әйүповаға тапшырғас, ҡунаҡтар яңы бинаның эсен ҡараны, ижади коллективтар менән аралашты.

Майҙаны 800 квадрат метр тәшкил иткән күп функциялы мәҙәниәт йортонда фильмдар күрһәтеү өсөн ҡорамалдар урынлашҡан тамаша залы, хореография бүлмәһе, китапхана, күргәҙмә залы бар, драма, вокал, бейеү, “Хужабикә” түңәрәктәре, “Умырзая” фольклор коллективы эшләй.

Мәҙәниәт йорто Ҡараяр, Абдулла, Комсомол, Йүрүҙән, Һикеяҙтамаҡ, Арҡырытау ауылдарының мең ярымдан ашыу халҡын хеҙмәтләндерәсәк.

Тантана аҙағында сарала ҡатнашыусылар “Йәшел Башҡортостан” акцияһына ярашлы мәҙәниәт йорто эргәһенә ағас ултыртыуҙа ҡатнашты.

Был сара хаҡында Радий Фәрит улы социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә лә яҙҙы. 

Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.

Автор:Римма Султанова
Читайте нас: