Йәмғиәт
18 Февраля 2022, 03:35

Ҡайҙа тормош һәйбәт – шунда йәшәйбеҙ

Добавить в предпочтительные источники Google

Ҡайҙа тормош һәйбәт, кеше шунда йәшәргә ынтыла һәм был тәбиғи. Шуға ла илдәр, төбәктәр араһында социаль-иҡтисади именлек кимәлен билдәләгәндә төп факторҙарҙың береһе – миграция күрһәткестәре алына. Ғөмүмән, кешенең төрлө сәбәптәргә бәйле күсеп йөрөүе һәр дәүләттең, төбәктең иҡтисадына, сәйәсәтенә, демографик хәленә йоғонто яһай. Тарихҡа күҙ һалғанда ла, Рәсәйҙә һәм уның төбәктәрендә халыҡ миграцияһының айырым тарихи осорҙары төрлөсә барған: йүнәлештәре, кимәле, төҙөлөшө үҙгәргән. Әле иһә коронавирус эпидемияһы үҙ төҙәтмәләрен индерҙе. Һуңғы үҫеш йүнәлештәренең береһе – башҡа илдәр менән миграция алышыныуы һөҙөмтәһендә Рәсәй Федерацияһы халҡының артыуы.

 

Үҫеш беҙҙең файҙаға

 

Ниһайәт, Башҡортостанда ла, былтырғы миграция күрһәткестәре буйынса, халыҡтың артыуы билдәләнә – был һуңғы һигеҙ йылда беренсе тапҡыр өлгәшелгән ыңғай күрһәткес. Республика Хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдереүенсә, уҙған йылдың 11 айында миграция үҫеше кимәле һигеҙ мең кеше самаһы булған. 2020 йылдан төбәктән халыҡтың китеүе кәмегән, ә 2021 йылдың уртаһына ҡарата, килгәндәр һаны артҡан. Әйткәндәй, 2018 йылда республиканан халыҡ сит тарафтарға күп ағылған – 8858 кеше.

– Миграция процестары Башҡортостанда халыҡ һанының артыуына ыңғай йоғонто яһай, тип әйтергә мөмкин. Республика 2021 йылға яҡынса һөҙөмтәләр буйынса өс үҙенсәлекле рекорд ҡуясаҡ.

Һуңғы һигеҙ йылда беренсе тапҡыр йылды халыҡтың миграция үҫеше менән тамамлайбыҙ. Статистика органдары мәғлүмәттәре буйынса былтырғы 11 ай һөҙөмтәһе буйынса был үҫеш 7963 кешегә тиң булды. 2000 йылдан, йәғни 22 йыл эсендә, төбәк-ара миграцияның ыңғай саль­доһы +265 кеше тәшкил итте. Һуңғы биш йылда беренсе тапҡыр белем биреү миграцияһында ыңғай күрһәткес күрҙек – +2740 кеше, – тине Ленара Иванова.

Министр әйтеүенсә, тышҡы миграцияның да, эске миграцияның да һөҙөмтәләре ыңғай булған. Себерҙән һәм илебеҙҙең төньяҡ төбәктәренән эшкә киткән кешеләрҙең дә республикаға кире ҡайтыуы билдәләнә. Былтыр иң күбе Төмән өлкәһенән ҡайтҡан – 1179 кеше, Ханты-Манси автономиялы округтан – 590, Ямал-Ненец автономиялы округтан – 278. Ырымбур өлкәһенән күсеп килгәндәр күп булған – 770 кеше.

Бер йыл эсендә Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренән – 6120, башҡа дәү­ләт­тәрҙән 1578 кеше килгән. Элекке Советтар Союзы республикалары араһынан Тажикстандан – өс меңдән ашыу, Үзбәкстандан – ике меңдән ашыу, Әрмәнстандан – бер мең­дән ашыу, Ҡаҙағстандан – 799 һәм Азер­байжандан 642 кеше килгән. Алыҫ сит ил дәү­ләттәренән, атап әйткәндә, Мысырҙан, Вьетнамдан һәм Һиндостандан мигранттар булған.

Башҡортостанда башҡа төбәктәрҙән һәм сит илдән килгәндәр иҫәбенә хеҙмәт мигра­цияһы йылдан-йыл арта. Әгәр ҙә 2014 йылда төбәккә килгәндәргә ҡарағанда ситкә эшкә киткәндәр күп булһа, 2021 йылдың июненән үҫеш 330 кеше тәшкил иткән. Һуңғы айҙар­­ҙағы һандар ҙа тотороҡло үҫеште сағылдыра.

Рәсәй Федерацияһы субъекттарында инвестиция климатының хәле һәм инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыу, махсус иҡти­сади зоналарҙы һәм тиҙ социаль-иҡтисади үҫешкән биләмәләрҙе булдырыу милли рейтингында иң яҡшы биш төбәк иҫәбенә Баш­ҡортостандың инеүе лә хеҙмәт сығанаҡтары сальдоһының ыңғай һөҙөмтәһенә булышлыҡ иткән. Был мөмкинлектәр яңы эш урындары булдырыуға ла йоғонто яһаған. Башҡорт­остандың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығының мәғлүмәттәре буйынса, 2021 йылда республикала 3086 яңы эш урыны булдырылған. Эш эҙләп килеү­селәр башлыса Өфө, Күмертау, Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ ҡалаларын, шулай уҡ Дүртөйлө, Иглин, Краснокама, Стәр­летамаҡ, Туймазы, Өфө райондарын һайлай.

 

Миграциялар күберәк булырға тейеш

 

Әлбиттә, миграция сәйәсәтендәге был һөҙөм­тәләр ыңғай күренеш, әммә бының менән генә сикләнергә ярамай. Ошо йәһәттән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына хеҙмәт миграцияһының артабанғы үҫеш перспективаларын әҙерләргә ҡушты.

– Төбәк хеҙмәт баҙарындағы ыңғай үҫеш йүнәлеше – иҡтисадтағы хәлдең мөһим индикаторы. Республиканың юғары уҡыу йорттарына килгән студенттар һанының артыуы бик ҡыуандырҙы. Был – беҙҙең идара итеү командаһының һуңғы өс йылда республика юғары уҡыу йорттарында бюджет урындары һанын арттырыу буйынса эштең тура һөҙөм­тәһе. Шулай уҡ Евразия ғилми-белем биреү үҙәге һәм “Өҫтөнлөк-2030” программаһы гранты проекттары киләсәк өсөн эшләйәсәк. Беҙҙең файҙаға миграциялар күберәк булырға тейеш. Заводтар төҙөйбөҙ, яңы технопарктар булдырабыҙ, ә эшселәр етмәй. Алдағы кәңәшмәлә һөнәри колледждарҙың етәкселәре ҡатнашлығында предприятие­ларҙы һәм ойошмаларҙы хеҙмәт сығанаҡтары менән тәьмин итеү мәсьәләһен тикшерә­сәкбеҙ, – тине Радий Фәрит улы.

Ғалимдар белдереүенсә, хеҙмәт, төбәк-ара, халыҡ-ара миграция эшсе көстәр килгән төбәктең иҡтисадына ыңғай йоғонто яһай.

“Аңларға кәрәк, беҙҙә ваҡытлыса теркәлгән кешеләр ҙә мигранттар тип иҫәпләнә, йәғни улар даими йәшәгән халыҡ булып тормай. Күпме кеше – бөтөнләйгә, ә күпме кеше ваҡытлыса килгәнен белер өсөн республика буйынса Эске эштәр министрлығының Миграция буйынса идаралығының мәғлүмәттәрен ҡарарға кәрәк. Ваҡытлыса теркәү һәм илдә йәшәүгә рөхсәт күпме бирелгәнен сағыш­тырып, ғәмәлдәге хәлде асыҡлаясаҡбыҙ. Рә­сәй­ҙә миграция хәле бик шәптән түгел. Бәлки, ул Башҡортостанда яҡшыраҡтыр. Ыңғай миграция – төрлө яҡшы һөҙөмтәләре булған матур күренеш. Был хеҙмәт сығанаҡтарының ағымы, өҫтәүенә, күпселектә йәш кешеләрҙең, сөнки миграция, ҡағиҙә булараҡ, йәштәр эше”, – тип уртаҡлашҡан “РБК-Өфө” мәғлүмәт агентлығына М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының халыҡтар һәм демография иҡтисады лабораторияһы мөдире Ольга Чудиновских.

Ольга Чудиновскихтың һүҙҙәрендә хаҡлыҡ бар, ысынлап та статистика органдары, Эске эштәр министрлығы һәм Федераль именлек хеҙмәте миграция ағымын күҙәтеүгә һәм иҫәбен көйләүгә күп көс һала. Федераль статистика хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 2021 йылда Рәсәй Федерацияһы буйынса килеүселәр һаны бөтәһе – 4911566, китеүселәр 4345811 кеше тәшкил иткән. Төп өлөш төбәк эсендәге һәм төбәк-ара, хеҙмәт миграцияһына тура килә. Әммә дөйөм миграция үҫеше Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренән килгәндәр иҫәбенә өлгәшелә.

 

Иң мөһим шарт – тотороҡлоҡ

 

Башҡортостан Хөкүмәте 2024 йылға тиклем Миграция сәйәсәте концепцияһын ҡабул иткән. Ундағы күҙаллауҙар буйынса, төбәктә халыҡтың ситкә китеүе 2023 йылға тиклем дауам итәсәк, ә һуңынан ғына ул үҫешкә алы­шынасаҡ. Әммә республика етәкселе­генең социаль-иҡтисади сәйәсәте һәм Башҡортостан Башлығының яңы производстволар асыу мәсьәләһенә шәхсән иғтибары төбәктән халыҡтың китеүе үҫешен күҙал­лан­ған ваҡыттан алда уҡ һындырыуға булыш­лыҡ итте. Сәнәғәт, ауыл хужалығы предприя­тиеларында яңы етештереү линиялары саф­ҡа инеүе, төрлө проекттарҙың ғәмәлгә ашырылыуы миграция үҫешенә ыңғай йоғонто яһай. Шул уҡ ваҡытта әле лә Сауҙа-сәнәғәт пала­таһы ағзаһы булған предприятиеларҙың, ғө­мүмән, бизнестың эшсе көскә ихтыяжы ҙур. Шулай уҡ яҙғы-көҙгө миҙгелдә ауыл хужа­лы­ғында, төҙөлөштәрҙә эшсе ҡулдар етешмәй.

Алдағы йылдарҙа ла Башҡортостанда эшсе һөнәренә эйә кадрҙарға ҡытлыҡ дауам итәсәк, сөнки әле республикала биш тиҙ социаль-иҡтисади үҫешкән биләмә булды­рылған. 2016 йылда – Күмертау һәм Бәләбәй, 2019 йылда Благовещен, Белорет һәм Нефтекама был статусты алды. Шулай уҡ Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондарында “Алға” махсус иҡтисади зона булдырылды. Уға 11 индустриаль парк һәм ете технопарк инә. Был саралар республикаға инвестициялар ағымына, яңы эш урындары булдырыуға булышлыҡ итә, тимәк, эшкә һәләтле кешеләрҙең ситкә китеүе лә кәмейәсәк.

Әйтергә кәрәк, хәҙер төбәктәр эшсе көстәрҙе ылыҡтырыу буйынса бер-береһе менән көнәркәшлек итә. Ә инде Башҡортостанға кешеләр күпләп ағыла башлауы беҙҙең республикала хеҙмәт, инвестиция климаты яҡшыраҡ булыуы тураһында һөйләй. Был йәһәттән иң мөһим шарт – тотороҡлоҡ. Кешеләр аҡса эшләү мөмкинлеге, яҡшы хеҙмәт һәм уңайлы йәшәү шарттары булған урынға күсергә тырыша.

 

“Башҡортостанда һигеҙ йыл эшләйем”

 

Башҡортостанға башҡа төбәктәрҙән килеүселәрҙең артыуы – республикала йәшәү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылыуға ябай дәлил. Ҡайһы берәүҙәр “беҙҙә эш юҡ” тип зар­ланып ултырғанда, ситтән килеп, матур итеп йәшәп киткәндәрҙең өлгөһө зарланырға яратҡандарҙың эшләргә теләмәүе тураһында һөйләй түгелме?! Мәҫәлән, Надежда менән Андрей Дунаевтар, Мәскәү өлкәһенән республикаға килеп, йорт йыһазы етештереү эшен асҡан. Андрей сығышы менән Мәскәү өлкәһенең Сергиев Посад районынан. Уның ата-бабалары ағас эшкәртеү менән шөғөлләнгән. Егет тә колледжда ағас эшкәртеү технологы һөнәрен үҙләштергән. Ғаилә унда күп ҡатлы йортта йәшәгән, шәхси хужалыҡтарын үҫтереү өсөн мөмкинлектәре булмаған, шуға ла Надежданың тыуған төйәге  – Дәүләкән районында ер һатып алырға ҡарар иткәндәр.

Йәштәр республикаға килгәс, йорт, оҫтахана төҙөй, ә станоктар һәм эш ҡоралдары алыуҙа туғандары ярҙам иткән. Улар бер аҙҙан, эштәрен артабан киңәйтеү маҡсатында, “Демография” милли проектына ярашлы ғәмәлгә ашырылған “Башҡортостан Республикаһында хеҙмәт баҙарын көйләү һәм халыҡтың мәшғүллегенә булышлыҡ итеү” төбәк программаһында ҡатнашып,  ярҙам алыуға өлгәшкән.

Элекке союздаш республикаларҙан мигранттар беҙгә күпләп килеүен дауам итә. Мәҫәлән, Үзбәкстандан Бәхтийәр Өфөләге төҙөлөш компанияһында плитә йәбештереүсе булып эшләй.

“Пандемия башланғас, сиктәрҙе япҡас, бында эшләргә килгән яҡташтар ағамы кәмене, әммә беҙҙең өсөн бының ыңғай яҡтары ла булды. Элек, мәҫәлән, заказсынан эш өсөн биш мең һум һораһаң, ул өс-дүрт мең һум түләгән икенсе мигранттарҙы таба ине. Хәҙер ундай һайланыу мөмкинлеге юҡ, эшсе ҡулдар етмәй, шуға ла яллаусы әйткән хаҡҡа ризалаша. Мин Башҡортостанда һигеҙ йыл эшләйем, патент алғанмын, бөтәһе лә законлы”, – ти Бәхтийәр.

“Эшселәрҙе табыуы бик ауыр. Урындағы халыҡ эшләргә теләмәй, килгәндәре лә беренсе хеҙмәт хаҡын алғас та эсеп юғала, ышанысһыҙҙар. Шуға ла Үзбәкстандан мигранттарҙы саҡырам, әммә уларға көнәркәшлек арта. Беҙҙең кеүек “бәләкәй” хужалыҡтарға айырыуса ҡыйынға тура килә, сөнки ҙур предприятиелар уларҙы коллективтары менән йәлеп итә”, – тип фекерҙәрен уртаҡлашты Ришат крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе (исеме үҙгәртеп алынды).

 

Азат ЙӘНГИРОВ, Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты ректоры, иҡтисад фәндәре докторы:

– Миграцияға иҡти­сади факторҙар менән рәттән социаль фак­торҙар ҙа йоғонто яһай. Төбәктә урта һөнәри белемде әүҙем үҫтереү, World Skills  чемпионатын үткәреү, Евразия ғилми-белем биреү үҙә­ген булдырыу, Баш­ҡорт­остандың “Өҫтөн­лөк-2030” прог­раммаһында еңеү кеүек социаль факторҙар ҙа булышлыҡ итте.

Беҙҙең абитуриенттарҙың ситкә әҙерәк китеүе, төбәк уҡыу йорттарында ҡалыуы – һиҙелерлек күрһәткес. Әлбиттә, Башҡортостан юғары уҡыу йорттарында бюджет урындарының арттырылыуы ла йоғонто яһаны. Былар барыһы ла белем биреү миграцияһында яҡшы трамплин булды. Социаль фак­торҙар араһында тормош сифаты кеүек күрһәткесте лә билдәләр инем. Унда төҙөкләндереү ҙә, социаль һәм спорт объекттарының һаны ла иҫәпкә алына. Әйткәндәй, спорт объекттары иҫәбе буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында ғына түгел, ә дөйөм Рә­сәй кимәлендә алға сыҡты. Был да тор­мош шарттары һәм шул иҫәптән республиканың йәлеп итеүсәнлеген булдыра.

Йыл һайын эш урындары арттырылыуы – миграция үҫешенә йоғонто яһаған иҡтисади факторҙарҙың береһе. Былтыр республикала өс меңдән ашыу эш урыны булдырылған. Был бик етди һөҙөмтә. Аңлашыла, беҙҙә тиҙ социаль-иҡтисади үҫешкән биләмәнең – “Алға” махсус иҡтисади зонаһының әүҙем эшләүе һөҙөмтәһе, унда резиденттарҙың, инвестиция һалыуҙарҙың әүҙем үҫеше күҙәтелә. Былар ҙа Башҡортостандың миграция йәлеп итеүсәнлегенә булыш­лыҡ итә.

Рәмилә МУСИНА.