Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Февраль 2022, 15:00

Республика ярҙам итеү маҡсатында берләште

Республика район, ҡалалары был изге эштән ситтә ҡалманы.

Республика ярҙам итеү маҡсатында берләште
Республика ярҙам итеү маҡсатында берләште

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге Луганск һәм Донецк республикалары халҡына ярҙам тураһындағы яҙмаһын 245360 кеше ҡараған. Кешеләр яуап ҡатара, яҙа башланы. Комментарийҙарҙа – эвакуацияланғандарға йәшәргә урын, аҙыҡ-түлек, эш менән ярҙам итергә әҙер булыу тураһында тиҫтәләрсә тәҡдим. Республикаға идара итеү үҙәге уларҙың барыһын да эвакуация буйынса оператив штабҡа тапшырҙы, иң йөкмәткеләре видеоконференцэлемтә барышында Премьер-министр Андрей Назаров тарафынан телгә алынды.

Республиканың Ковидҡа ҡаршы хәл-шарттар үҙәгенә 19 һәм 20 февралдә Луганск һәм Донецк Халыҡ Республикаларынан эвакуацияланған кешеләргә ярҙам итеү, йәшәргә урын биреү тәҡдиме менән 50 шылтыратыу булған.

Республика район, ҡалалары ситтә ҡалманы. Барыһы ла “Ғаилә изгелек бумерангы” акцияһына ҡушылды. Был акция бәләкәй балалары менән килгән ғаиләлргә аҙыҡ-түлек һәм әйберҙәр менән ярҙам итеү маҡсатында ойошторола. Муниципалитеттарҙа штабтар эшләй башланы. Гуманитар ярҙам йыйыу пункттары асылды. Эшҡыуарҙар, чиновниктар, ябай халыҡ тәүге кәрәк-яраҡ әйберҙәр, аҙыҡ-түлек, уҡыусылар өсөн канцелярия тауарҙары алып килә.

Ирекһеҙҙән күсеп килеүселәр тураһында һуңғы мәғлүмәт – уларҙың 45-55 проценты бәлиғ булмағандар. Тимәк, мәктәп, балалар баҡсаһы, йәшәү шарттары мәсьәләләрен хәл итергә кәрәк. Республиканың балалар учреждениелары 191 кешене, балалы ата-әсәләрҙе ҡабул итергә, туҡланыу һәм йәшәргә урын йәһәтенән ярҙам итергә әҙер. Социаль хеҙмәтләндереү учреждениеларында 198 буш урын, шул иҫәптән инвалид балалар өсөн реабилитация үҙәктәре бар. Ваҡытлыса урынлаштырыу пункттары әҙер, бының өсөн Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты яуап бирә.

Һәр ваҡыттағыса, ғәҙәти булмаған хәлдәр беҙҙе тупланырға, өҫтөнлөктәрҙе билдәләргә, үҙебеҙҙең уйлағандан көслөрәк, миһырбанлыраҡ икәнебеҙҙе аңларға мәжбүр итә. Ә Башҡортостанда ҡасаҡтар өсөн ярҙам саралары төбәк мөмкинлектәре менән үлсәнә. Беренсенән, ҡасаҡтарға ла, урындағы халыҡҡа ла уңайлы булһын, икенсенән, барыһын да еренә еткереп, дөрөҫ башҡарыу өсөн республика берләште һәм көсөн, ресурстарын бүлде.

Барығыҙға ла изгелек!

Фото: vk.com/wall-201146046_23252

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: