Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Февраль 2022, 13:30

Тыуған ил һеҙгә таяна ала!

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотланы.

Тыуған ил һеҙгә таяна ала!
Тыуған ил һеҙгә таяна ала!

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотланы.

“Бөгөн Ватанды һаҡлаусылар көнө билдәләнә. Был – ҡаһарман кешеләр байрамы, уларға илебеҙ һәр саҡ таяна ала.

Тарихибыҙҙа ауыр ваҡыттар бер тапҡыр ғына булманы, әммә Тыуған ил үҙенең ир-егеттәренә таяна ала икәнлеген белә ине.  Әлеге ваҡытта хеҙмәт иткәндәрҙе лә, был бурысын үтәгәндәрҙе лә, әле был тәжрибә көткәндәрҙе лә байрам менән ҡотлайым!

Кешелектең дошманлашмаҫҡа өйрәнеүен теләйем. Хөкүмәттәр, сифатты һәм тормош кимәлен арттырып, иҡтисадты үҫтерһен.

Һәммәһегеҙгә һәм һәр кемгә - тыныс күк йөҙө, һаулыҡ, бәхет һәм именлек!”

Фото: deloros-msk.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: