Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Февраль 2022, 18:00

Бер кем дә һуғыш теләмәй...

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тыныс юл менән хәл итеп булманы, Минск килешеүҙәре юҡҡа сығарылды һәм бөгөнгө хәрби операция - сараһыҙлыҡ һөҙөмтәһе.

Бер кем дә һуғыш теләмәй...
Бер кем дә һуғыш теләмәй...

Бөгөн Рәсәй Президенты Владимир Путин Рәсәй халҡына телевидение аша мөрәжәғәтендә Украина тарафынан һигеҙ йыл дауамында геноцидҡа дусар булған халыҡты яҡлау өсөн Донбасс биләмәһендә махсус хәрби операция башларға ҡарар итеүе хаҡында белдерҙе. Ошоға бәйле Башҡортостан Республикаһының Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов социаль селтәрҙәрҙә үҙ фекере менән уртаҡлашты:

“Бер кем дә һуғыш теләмәй. Зиһене теүәл булған кеше бер ваҡытта ла башҡа кешеләрҙе үлтереүҙе хупламаясаҡ. Тап шуның өсөн илебеҙ сигендә инде һигеҙ йыл дауамында күҙәтелгән башбаштаҡлыҡты бөтөрөү мөһим. Неонацистарҙың режимын һәм идеяларын хупламағандары өсөн генә тыныс халыҡтың, шул иҫәптән балаларҙың ғүмерҙәрен ҡыйыуҙы туҡтатырға кәрәк.

Көнбайыштың хәрби-сәйәси альянстары менән беҙҙе ҡурҡытыуҙы туҡтатһындар. Уларҙың Украина аша юл асып, беҙҙең йорттарға “ҡунаҡҡа” килергә йыйынмауҙары көн кеүек асыҡ.

Эшлекле сәфәр сиктәрендә Донецк һәм Луганскиҙа ике тапҡыр булырға тура килде. Луганск эргәһендә урынлашҡан бәләкәй генә Петровское ауылында Шайморатов генерал һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре ерләнгән. Шайморатов исемен йөрөткән мәктәп тә бар. Унда булған һайын балаларҙың күҙҙәрендә тойолған һуғыш мәхшәрҙәренән күңел тетрәнә ине. Унда ете йәшлек балаларҙың ҡарашы 40 йәшлектәрҙеке кеүек. Быны нисек һүрәтләргә лә белмәйем. Яулап алынған йәки һуғыш барған биләмәләрҙә йәшәгән балаларҙы  күргәндәр быны аңлар. Был мәктәптә уҡыусы балалар артиллерия атыштары ваҡытында нисек итеп уҡытыусыларҙың һәм ҙур класс уҡыусыларының бәләкәстәрҙе үҙ кәүҙәһе менән ҡаплауын һөйләне. Снаряд ярсығынан һәләк булған уҡытыусыларҙың һәм ҙур класс уҡыусыларының иҫтәлеген хөрмәтләп һаҡлайҙар бында...

Ә Донецк ҡалаһында Фәрештәләр аллеяһы бар. Һәләк булған Донбасс балалары иҫтәлегенә арналған паркта ирекһеҙҙән күҙҙәр йәшләнә...

Унда саҡта һуғыш һәм тыныс тормош, Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларының ҡоролошо, ынтылышы тураһында күп хәбәрҙәр, фекерҙәр ишеттем. Әммә, Донбассты Украина биләмәһе тип һанаған, Киев власының неонацист режимын хуплаған бер кемде лә осратманым.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тыныс юл менән хәл итеп булманы, Минск килешеүҙәре юҡҡа сығарылды һәм бөгөнгө хәрби операция - сараһыҙлыҡ һөҙөмтәһе. Уның ябай халыҡҡа тәьҫире булмаҫ, дошман көсөн һәм хәрби инфраструктураһын ғына баҫып, тиҙ арала тамамланыр,  тип ышанам”.

Фото һәм сығанаҡ: социаль селтәрҙән. 

 

 

 

Автор:Римма Султанова
Читайте нас: