Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Март 2022, 16:30

Бөрйән ҡыҙының бәхет сере ниҙә?

Бәләкәйҙән үкһеҙ етем ҡалып, яҙмыштың әсе һынауҙарын үтһә лә...

Бөрйән ҡыҙының бәхет сере ниҙә?
Бөрйән ҡыҙының бәхет сере ниҙә?

“Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә”ге төркөмөндә барған конкурста ҡатнашҡан гүзәл зат вәкилдәренең береһе Бөрйән районында йәшәй. Ул – Гүзәл Ҡыуандыҡова.

Замандашыбыҙ 1986 йылда Мәләүез ҡалаһында тыуған, аҙаҡ уның ата-әсәһе Бөрйән районына йәшәргә күскән. Гүзәл Байназар урта мәктәбенә уҡырға барған. Тик бер нисә йылдан бәләкәй балаға ауыр ҡайғылар кисерергә тура килгән: һигеҙ йәшендә ғәзиз әсәһе яҡты донъянан китеп барған, 12 йәшендә иһә атаһының ғүмере өҙөлгән. Ғаиләләге биш бала үкһеҙ етем ҡалған. Ҡыҙҙың өлкән ағаһын әсәһенең Мәләүездәге туғандары үҙҙәренә алһа, ҡалған дүрт баланы Бөрйәндәге өләсәләре үҙ ҡосағына һыйындырған. “Тормош кешене нисек кенә һынамаһын, алға ынтылырға кәрәк”, – ти хәҙер Гүзәл Ҡыуандыҡова. Ул IX кластан һуң Сибай педагогия колледжына уҡырға инә. Ире менән ошо белем усағында курсташ булғандар. 19 йәшендә Гүзәл Бөрйән районының Байназар урта мәктәбенә уҡытыусы булып эшкә төшә һәм параллель рәүештә Магнитогорск дәүләт педагогия университетын тамамлай. 2010 йылда училищелағы курсташы, күрше Яңы Монасип ауылы егете Рәзиф менән ғаилә ҡоралар. Хәҙер улар Байназар ауылында йәшәй, ире ҡырҙа эшләй.

Гүзәл бала саҡтан уҡытыусы булам тип хыялланған һәм ошо теләген, ниндәй генә яҙмыш кәртәләре осрамаһын, тормошҡа ашырған. Яратып башҡарған эш һөҙөмтә бирмәй ҡалмай тип тиккә генә әйтмәйҙәр. Гүзәлгә лә бынан ике йыл элек, ауыл ерендә эшләгән уҡытыусы булараҡ, грант алыуға сертификат бирелгән.

Гүзәл менән Рәзиф Ҡыуандыҡовтар ғаиләһендә ике бала үҫә. Ҡыҙҙары Рания 4-се класта уҡый, бейергә ярата. Улдары Эльвирға биш йәш, балалар баҡсаһына йөрөй. Буш ваҡытында татыу ғаилә тәбиғәт ҡосағында дуҫтары менән ял итергә ярата. Ә Гүзәлдең яратҡан шөғөлө: тәмле итеп бешереү, төрлө төҫтәге сағыу сәскәләр үҫтереү.

Гүзәл Ҡыуандыҡованың тормош юлы, ниндәй генә ауырлыҡтар булмаһын, бәхеткә, уңышҡа өлгәшеп була тигәнгә сағыу миҫал. Ғаиләһе, яратҡан эше бар. Ошо үҙе сикһеҙ бәхет түгелме ни?!

Фотолар Гүзәл Ҡыуандыҡованың шәхси архивынан.

Бөрйән ҡыҙының бәхет сере ниҙә?
Бөрйән ҡыҙының бәхет сере ниҙә?
Бөрйән ҡыҙының бәхет сере ниҙә?
Бөрйән ҡыҙының бәхет сере ниҙә?
Бөрйән ҡыҙының бәхет сере ниҙә?
Бөрйән ҡыҙының бәхет сере ниҙә?
Бөрйән ҡыҙының бәхет сере ниҙә?
Бөрйән ҡыҙының бәхет сере ниҙә?
Бөрйән ҡыҙының бәхет сере ниҙә?
Бөрйән ҡыҙының бәхет сере ниҙә?
Бөрйән ҡыҙының бәхет сере ниҙә?
Бөрйән ҡыҙының бәхет сере ниҙә?
Бөрйән ҡыҙының бәхет сере ниҙә?
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: