Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Март 2022, 18:30

Янғын... Балконда балалар...

Баймаҡта ут сыҡҡан. Уны тәүгеләрҙән булып юстицияның өлкән лейтенанты Тимур Кәлимуллин күреп ҡалған.

Янғын... Балконда балалар...
Янғын... Балконда балалар...

2020 йылдың ноябрендә Баймаҡ ҡалаһында янғын сыҡҡан. Тәүгеләрҙән булып юстицияның өлкән лейтенанты Тимур Кәлимуллин ярҙамға ташланған. Ул бер ҡатынды ҡотҡарыуҙа ҡатнашҡан, унан балконда балалар торғанды күреп ҡалған.

Тимур оҙаҡ уйлап тормаған, бинаға ингән, ике бәләкәсте уттан алып сыҡҡан, унан өсөнсөһө артынан йүгергән. Тағы ике үҫмерҙе һәм пенсионерҙы янғын һүндереү хеҙмәткәрҙәре ҡотҡарған.

Батыр өлкән лейтенант Баймаҡ районы буйынса Эске эштәр бүлегендә тәфтишсе булып эшләй, эшендә төп ҡиммәт ғәҙеллек тип билдәләй.

Тимур Айҙар улы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов ордены менән наградланған – ғорурланырға урын бар!

Фото: видеонан скриншот.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: