Бишенсе саҡырылыш ҡала округы Советы депутаттары Эльдар Вәлидовты Нефтекама хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләүҙе бер тауыштан хупланы. Быға тиклем ул ҡала етәксеһе урынбаҫары бурыстарын атҡарған.
Билдәле булыуынса, әлегә ҡәҙәр Нефтекама башлығы булып эшләгән Ратмир Мәүлиев Өфө мэры итеп тәғәйенләнде.
“Был вазифа миңә ҙур яуаплылыҡ өҫтәй. Ҡалабыҙҙың артабанғы үҫеше өсөн бар көсөмдө һалырға вәғәҙә бирәм. Беҙҙең бурыс — берҙәм команда менән әлегәсә булған етеҙ темпта Нефтекаманы үҫтереүҙең ыңғай динамикаһын дауам итеү. Бөгөнгө шарттарҙа тап команда менән эшләү, берләшеү юғары һөҙөмтәгә, ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшергә мөмкинлек бирә. Беҙ ҡала өсөн күп эш башҡарҙыҡ, башланған проекттарҙы дауам итәсәкбеҙ”, — тине Эльдар Вәлидов.
Яңы етәксе киң мәғлүмәт саралары өсөн брифинг ойошторҙо. Унда ҡалала 53 төр аҙыҡ-түлектең хаҡы һәм һатыуҙа булыуы күҙәтеләсәге тураһында һөйләне. Үҙгәрештәр хаҡында мәғлүмәт шунда уҡ Сауҙа министрлығына һәм Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәткә тапшырыласаҡ, тине.
Ҡала Махсус социаль-иҡтисади биләмә статусын һаҡлай. Әлеге көндә 19 предприятие “Нефтекама” махсус социаль-иҡтисади биләмәһе резиденты булып тора. Был предприятиелар үҫешенә 1,22 миллиард һум инвестиция һалыу, шулай уҡ 1198 яңы эш урыны булдырыу ҡаралған. Әле инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу дауам итә. Йәлеп итергә планлаштырылған финанслау күләме 6,6 миллиард һум тип баһалана һәм 450 эш урыны булдырыуҙы күҙ уңында тота.
"Ун мәктәп капиталь ремонт федераль программаһына инде. Уларҙың бишеһенә быйыл ремонт яһаласаҡ, был эштәр апрелдә башланасаҡ. Яңы уҡыу йылына төҙөлөштө тамамлап өлгөрөргә кәрәк. Ҡалған мәктәптәрҙә капиталь ремонт 2023 – 2026 йылдарҙа планлаштырылған", – тине хакимиәт башлығы.
Бынан тыш, Эльдар Вәлидов төҙөләсәк социаль объекттар тураһында ла һөйләне: Физкультура-һауыҡтырыу комплексы, “Торпедо” стадионының көнбайыш трибуналары, полилингваль мәктәптә башҡараһы эштәр.
Ғөмүмән, йәш етәксенең ҡаланы үҫтереүгә йүнәлтелгән пландары күп. Уға уңыштар теләйбеҙ!
Фото: Нефтекама ҡалаһы хакимиәте сайты.