Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Март 2022, 16:12

Бәлештәре тәмле!

Гөлсөм Ильясова үҙе бешергән тәмле бәлештәре менән.
Гөлсөм Ильясова үҙе бешергән тәмле бәлештәре менән.

Юлдыбай ауылының йәнә бер йүнсел ҡатын-ҡыҙҙарының береһе Гөлсөм Ильясованы эш мәлендә осраттыҡ. Уңған ҡатын уҙған йылдан алып йорт янындағы аласыҡта тәмле бәлештәр бешереү менән мәж килә.

– Һөнәрем буйынса ашнаҡсы-кондитермын, ауылда кафе алып та эшләп ҡарағайныҡ. Пандемия ваҡытында уны ябырға тура килде, әммә бәлештәрем үҙемә “эйәреп” ҡайтты, – тип йылмая Гөлсөм Алсынбай ҡыҙы. – Кафе асып, халыҡты хеҙмәтләндергәндә күберәк үҙем бешерҙем, заказ биреүселәр ҙә булды, клиенттарым да бар ине. Башҡаса был эш менән шөғөлләнергә теләмәһәм дә, бәлеш бешереп биреүҙе һораусылар күбәйгәс, ирем менән кәңәшләштек тә урам эсендәге аласыҡты бер аҙ рәтләп, махсус мейес алып ултырттыҡ. Бары тик заказ буйынса ғына эшләйем. Бәлештең эслеген үҙем әҙерләйем, йәй-көҙ айҙарында емеш-еләк йыйып ҡалам да шуларҙы рәхәтләнеп ҡулланам. Тик бына ауыл эремсеге генә бешеренеүгә бармай, ҡыйбатыраҡ булһа ла, магазиндан эремсек һатып алырға тура килә. Хәҙер үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, онға ла, шәкәргә лә, башҡа нәмәгә хаҡ ныҡ күтәрелде, бер аҙ ҡыйыныраҡҡа тура килер инде. Күңелемә яҡын булғас, эштең бер ауырлығын да күрмәйем: йырлай-йырлай ҡамыр ҡуям, бар күңелемде биреп бешерәм. Бәлештәрҙең төрлөһөн, пирожки, пицца, йомшаҡ булка, рогалик һәм төрлө бөйөрөктәрҙе клиенттарҙың теләге буйынса эшләргә тырышам. Күберәк байрам, аят, туй табындарына алалар, күстәнәскә лә һораусылар күп.

Бына шулай бер ҡайҙан да ярҙам һорамай, үҙҙәренең йүнселлеге, тырышлығы менән бынамын итеп йәшәп ята Юлдыбай ауылы уңғандары.

Кемдер эш йәки аҡсаның һауанан килеп төшөрөн көтөп ятҡанда, һис тә юғалып ҡалмай, үҙҙәренсә кәсеп итеп тә, аҡса эшләп тә өлгөргән ауыл уңғандарына һоҡланырға ғына ҡала. Тап шундай тырыштар ауылдың ҡотон һаҡлай, уның киләсәгенә ышаныс бирә. Бармы һеҙҙең арала Юлдыбай ауылындағы кеүек уңғандар? Бар икән, киләһе геройҙарыбыҙ, бәлки, тап һеҙ булырһығыҙ!

 

Кәримә УСМАНОВА

Йылайыр районы.

Читайте нас: