Башҡортостанда ауыл хужалығы кооперативтарына субсидия биреү өсөн документтар ҡабул итеү дауам итә.
2022 йылда кооперативтарға йүнәлтелгән дәүләт ярҙамының дөйөм күләме 173 миллион һум тәшкил итергә тейеш.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов ауыл хужалығы кооперативтарынан әүҙемлек көтөүҙәрен билдәләй.
— Практиканан күренеүенсә, субсидия бүлеү сараһына һайлап алыу өсөн башлыса яңы төр продукция етештереүҙе үҙләштерергә ниәтләгән кооперативтар йәлеп ителә.
Был – документтарҙы ҡабул итеүҙең икенсе ағымы. Беренсе этапта 13 ауыл хужалығы кооперативы һайлап алынасаҡ.
Һайлап алынған ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарына машиналар, ҡорамалдар, мал-тыуар һатып алыуға киткән сығымдарҙың 50 процентҡа тиклеме ҡайтарыла.
Асҡын районынан Ғилемшиндар ғаиләһен миҫалға килтерергә була. “Башҡортостан” гәзите хәбәрселәре бынан ике йыл элек Ғилемшиндар эш башлаған мәлдә Асҡынға барып, репортаж эшләгәйне. Ул мәлдә Эльза менән Илнур, ауылдаштарынан һөт йыйып, уны эшкәртеү менән шөғөлләнһә лә, алдарына ҡуйған маҡсаттары етештереү цехы булдырыу ине.
Былтыр кооперативҡа ойошоп, ошо маҡсатҡа өлгәшкәндәр. Быйыл иһә элекке һөт ҡабул итеү пункты эргәһендә модулле бәләкәй һөт заводы барлыҡҡа килгән. Күптән түгел улар һөттө пакеттарға ҡойоуҙы яйға һалған. Ҡорамалдарҙы күрше Удмурт Республикаһынан килтергәндәр. Асҡын магазиндарына үҙҙәрендә етештерелгән һөт, эремсек һәм кефир сығаралар. Ошо көндәрҙә “Төлгөҙ” кооперативы “Башҡортостан аҙыҡ-түлеге” сертификаты алып ҡыуанған. Ғилемшиндарҙың миҫалында ғына хыялдарҙың тормошҡа ашыуына йәнә бер инанырға мөмкин.
Лилиә НУРЕТДИНОВА