Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Март 2022, 12:00

Донбасс балаларына китап тапшыра алаһығыҙ

Бөтә китаптар ҙа рус телендә булырға тейеш.

Донбасс балаларына китап тапшыра алаһығыҙ
Донбасс балаларына китап тапшыра алаһығыҙ

Халыҡ-ара китап көнө алдынан, ул 2 апрелдә билдәләнә, бөтә ил буйынса “Берҙәм Рәсәй”ҙең йәмәғәт ҡабул итеү урындарында “Китаптар – Донбасҡа” акцияһына старт бирелә.

Акцияның маҡсаты – Донбасс балаларына рус теле мөхитендә уҡыу, үҫеү мөмкинлеген ҡайтарыу.

Акцияла теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн яҡшы сифаттағы балалар әҙәбиәтен йәки уҡыу дәреслектәрен йыйыу пунктына алып килергә кәрәк. Әҙәби, белем биреү, публицистик әҫәрҙәргә, сабыйҙар өсөн китап-уйынсыҡтарға, балалар өсөн махсус китаптарға өҫтөнлөк бирелә. Бөтә китаптар ҙа рус телендә булырға тейеш.

– Оҙаҡ йылдар Украинала рус телендә китаптарҙы һәм дәреслектәрҙе Рәсәйгә ҡаршы өгөтләү алып барылған әҙәбиәткә алыштырыу буйынса маҡсатлы рәүештә эш алып барыла. Рус телле балалар туған телендәге әҙәбиәт менән таныша алмай. Беҙгә рус телендәге китаптарҙы китапханаларҙан һәм мәктәптәрҙән алғандан һуң барлыҡҡа килгән бушлыҡты тултырыу мөһим. Ошо көндәрҙә хеҙмәттәш депутаттар менән Рәсәй Мәғариф министрлығына Херсон ҡалаһынан ирекмәндәр алып килгән дәреслектәрҙе тапшырҙыҡ. Уларҙы Рәсәйгә һәм Украинаға ҡағылышлы факттарҙың дөрөҫлөгөнә тикшерәсәктәр. Инде беренсе биттәренән үк уҡыусыларға беҙҙең илгә ҡаршы саҡырыуҙар, неонацизм культы һалыныуы аңлашыла. “Китаптар – Донбасҡа” акцияһында тарихи ғәҙеллекте тергеҙеү мөһим тип иҫәпләгән һәр кеше ҡатнашыр, тип ышанабыҙ. Барлыҡ алынған китаптар азат ителгән биләмәләрҙәге балаларға тапшырыласаҡ, – тине Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостандың Төбәк ҡабул итеү етәксеһе Эльвира Айытҡолова.

Башҡортостанда китап йыйыу пункттары Төбәк йәмәғәт ҡабул итеү базаһында – Өфө ҡалаһы, Достоевский урамы, 73-сө йортта урынлашҡан, шулай уҡ партияның ҡалаларҙағы һәм райондарҙағы ҡабул итеү биналарында урынлашҡан.          

 Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһенән.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: