Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Апрель 2022, 17:50

Дүртөйлө фермеры сифатлы ит етештерә

Хужалыҡтар бөгөн урындағы һәм төбәк баҙарындағы сит ил итен үҙебеҙҙең продукция менән тулыһынса алмаштырыуҙы маҡсат итеп ҡуя.

Дүртөйлө фермеры сифатлы ит етештерә
Дүртөйлө фермеры сифатлы ит етештерә

Дүртөйлө фермеры Әлфит Закиров ит өсөн һыйыр малы үрсетеү менән шөғөлләнә. Был эшкә ул 2006 йылда тотона. Алты тиҫтә "бестужев" тоҡомло быҙау һәм "лимузин" тоҡомло ике үгеҙ малы һатып ала. Малдар өсөн бинаны кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырғас, эше алға китә. 16 йыл эсендә мал башы 500 башҡа арта. Бер һүҙ менән әйткәндә, фермер импортты алмаштырыуға курс тота.

Итте ул ит комбинатына, сауҙа нөктәләренә тапшыра. Күптән түгел "герефорд" тоҡомло быҙауҙар ҡайтарта. Был малҡайҙар һәр шарттарға ла яраҡлашыусан, бирешмәүҙәре менән отошло, уларҙың "мәрмәр" ите ҙур һорау менән файҙалана.

Районда һыйыр малы үрсетеү киң ҡолас ала. Хужалыҡтар бөгөн урындағы һәм төбәк баҙарындағы сит ил итен үҙебеҙҙең продукция менән тулыһынса алмаштырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Фермер фекеренсә, илебеҙ селекцияһы сит илдекенән бер нимәһе менән дә ҡалышмаған тоҡомдарҙы үрсетергә мөмкинлек бирә.

Киләсәктә Әлфит Әбелфәтих улы тағы ла 25 "герефорд" тоҡомло мал һатып алырға күҙаллай. (Был тоҡом Бөйөк Британияның Херефордшир графлығынан башланғыс ала).

Бөгөн хужалыҡта ун бер хеҙмәткәр иҫәпләнә. Фермер йәнә ун биш кешегә эш урыны булдырырға ниәт итә. Был сәсеү эштәренең башланыуы менән дә бәйле. «ЗАиРАгро» йәмғиәтенең 600 гектар сәсеү майҙаны ла бар. Унда бойҙай, арпа, күп йыллыҡ һәм бер йыллыҡ үлән сәсәләр. Сәсеү кампанияһына хужалыҡ тулыһынса әҙер, өҫтәмә эшсе көстәр ҙә артыҡ булмаясаҡ.

Әлфит Закировтың эштәре ыңғай бара – мал башы ла ишәйә, техника ла әҙер, хеҙмәткәрҙәр ҙә тырышып эшләй. Фермер артабан да  халыҡты үҙебеҙҙә етештерелгән һәм ҙур һорау менән файҙаланылған  сифатлы продукция менән тәьмин  итергә әҙер.

Автор:Римма Султанова
Читайте нас: