Яңыраҡ Яңауыл районы һәм Яңауыл ҡалаһының ЗАГС бүлегендә 50 йыл бергә йәшәгән тормош юбилярҙарын тантаналы шарттарҙа тәбрикләнеләр. Бына улар – ярты быуат дауамында ҡулға-ҡул тотоношоп, татыу ғаилә ҡорған хеҙмәт ветерандары: Зөһрә менән Рәйес Ғабдулхаҡовтар, Альвера менән Муллайән Ғилмановтар, Анна менән Леонид Хәйретдиновтар, Нина менән Леонид Вострецовтар, Людмила менән Леонид Шевкуновтар.
Уларҙың һәр береһе оло тормош юлы үткән. Өлкәндәрҙе берләштергән тағы бер матур сифат: тыуған яҡҡа һөйөү һәм ғорурлыҡ тойғоһо, илһөйәрлек, берҙәмлек. Хеҙмәт ветерандарының ябайлығы, кешелеклелеге, бер-береһенә һаҡсыл мөнәсәбәте һоҡландыра. Илле йыл буйына мөхәббәттәрен, хөрмәттәрен һаҡлай алған парҙарҙан өлгө алырға, күп нәмәгә өйрәнергә мөмкин.
Был көндә тормош юбилярҙарын ҡотларға Яңауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре килде. Күңелгә ятышлы музыка аҫтында вальс бейегән ветерандар йәшлектәрен иҫкә төшөрҙө, хәтирәләргә бирелде. ЗАГС бүлеге начальнигы Л. Ғәлиева хөрмәтле парҙарға иҫтәлекле бүләктәр һәм Башҡортостан Башлығының ҡотлау адрестарын тапшырҙы.
Динә АРЫҪЛАНОВА.