Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Апрель 2022, 21:20

Башҡортостан ташҡынға етди әҙерләнә

"Беҙ йылғаларҙа һыуҙың күтәрелеүен көтәбеҙ".

Башҡортостан ташҡынға етди әҙерләнә
Башҡортостан ташҡынға етди әҙерләнә

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙә үҙенең фекере менән уртаҡлашты: "Хөрмәтле дуҫтар, быйыл ҡыш ҡарҙың күп яуғанын беләһегеҙ, – тигән Андрей Геннадьевич. – Шуға бәйле, беҙ йылғаларҙа һыуҙың ныҡ күтәрелеүен көтәбеҙ. Ташҡынға әҙерләнергә кәрәк".

Андрей Назаров билдәләүенсә, ташҡын - үҙенә күрә беҙҙең нисек итеп ғәҙәттән тыш хәлдәргә ҡаршы тороуыбыҙға имтихан. 2021 йылда ул үткән йылдарға ҡарағанда күпкә етдиерәк булған. Оператив төркөмдәр һыу баҫҡан урында булды, зыян күреүселәргә ваҡытлыса йәшәү урыны ойошторолдо.

"Үткән йылдың аҙағында тәбиғи һәм техноген характерҙағы ғәҙәттән тыш хәлдәр шарттарында сараларҙы көсәйтеү буйынса федераль законға төҙәтмәләр индерелде, – тине Андрей Геннадьевич. – Бөгөн граждандарға хәүеф янаған саҡта улар бүтән урынға күсерелергә тейеш. Һүҙ ҙә юҡ, урамға түгел инде, ә тейешле шарттары булған ваҡытлыса йәшәү урынына".

Андрей Назаров белдереүенсә, элек ул ирекле булған. Хәҙер ниңә мотлаҡ? Ысынында хәүеф көтөлгән осраҡта ла халыҡ өйҙәренән китергә ашыҡмай, ҙур хәүефте аңламай.

"Беҙ ташҡынға бәйле техник әҙерлекте башланыҡ, – ти Андрей Назаров. – Был турала Башҡортостан Башлығы яҙғайны инде. Мәҫәлән, Салауат районындағы Йүрүҙән йылғаһы. Бында тығын барлыҡҡа килмәһен өсөн етди саралар күрелә. Үткән йылда йылғаның үҙәнен таҙарттыҡ, ярҙы нығыттыҡ. Ташҡынға ҡаршы тора алырлыҡ бөтә сараларҙы ла күрәсәкбеҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!"

Фото: belizv-tat.ru

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: