Бөгөн Ишембай районында, Торатау итәгендә, Рус география йәмғиәте төбәк бүлексәһенең попечителдәр советы ултырышы уҙҙы. Ултырышта бүлексәнең уҙған йылдағы эшенә йомғаҡ яһалды. Попечителлек советы ағзаларынан тыш, сарала муниципаль район хакимиәте башлыҡтары һәм Рус география йәмғиәте вәкилдәре ҡатнашты.
Сарала ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев сәләмләне. Ул ултырыштың ЮНЕСКО-ның глобаль геопарктар селтәренә инеүгә 16 дәғүәсенең береһе булған “Торатау” геопаркында үтеүе осраҡлы түгеллеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Башҡортостан Хөкүмәте, ғилми берләшмә, Рус география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе лә “Янғантау” геопаркы ғаризаһы өҫтөндә әүҙем эшләне. Шул рәүешле Рәсәйҙә ЮНЕСКО-ның тәүге геопаркы барлыҡҡа килде. Бөгөн “Торатау” геопаркына бәйле ғариза буйынса ла бер төптән эшләргә кәрәк, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Урал Килсенбаев.
Төбәк бүлексәһе рәйесе, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Салауат Сәғитов уҙған йылда үҙе етәкләгән ведомствоның Рус география йәмғиәте бүлексәләре рейтингында икенсе урынды алыуын белдерҙе. Беҙҙән алда Краснодар крайы ғына.
– Был уңышта бихисап структураларҙың, шул иҫәптән муниципалитеттарҙың һәм белем биреү учреждениеларының хеҙмәте ҙур. Республикабыҙ туристик маршруттарға бай, мәғрифәтселек һәм мәғариф проекттарын ойошторабыҙ. Былтыр Рус география йәмғиәте тырышлығы менән Архангел районындағы Асҡын мәмерйәһе тергеҙелде, тип әйтергә мөмкин. Хәҙер Ғафури районындағы Киндерле мәмерйәһе менән шөғөлләнәбеҙ, – тип билдәләне Салауат Сәғитов.
Салауат Сәғитов 2021 йылда төбәк бүлексәһе тормошҡа ашырған проекттар һәм саралар хаҡында һөйләне. Йыл һайын ғәмәлдәге ағзалар һаны арта – 1 апрелгә Башҡортостандың Рус география йәмғиәтенә 342 кеше инә. Былтыр Урал спелеологтары съезы, “Росток” йәштәр төбәк-ара ғилми-ғәмәли экология конференцияһы уҙғарылды, “Урал Барыҫы”, “Башҡорт донъяһы”, “Аяҡтарым юлда, күңелем йырҙа...” кеүек проекттар тормошҡа ашырылды. Эске туризмды үҫтереүгә булышлыҡ итеүҙән тыш, Рус география йәмғиәтенең урындағы бүлексәһе экологик, аң-белем таратыу, мәғариф һәм экспедиция эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә.
Мәскәүҙән видеобәйләнеш аша ойошма эшенең төп йүнәлештәре хаҡында Рус география йәмғиәте башҡарма дирекцияһының Төбәк үҫеше департаменты директоры Дмитрий Цапенко һөйләне. Ә Шишмә районы хакимиәте башлығы Ришат Мансуров Турахан менән Хөсәйенбәк кәшәнәләрен тергеҙеү барышы хаҡында хәбәр итте.
– Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса Рус география йәмғиәтенең Башҡортостандағы бүлексәһе икенсе тип танылды, 2020 йылда беҙ илдең Рус география йәмғиәтенең иң яҡшы ун бүлексәһе иҫәбендә инек, ә унан бер йыл алда 14-се урынды биләй инек. Краснодар крайынан айырмалы рәүештә, беҙҙә диңгеҙ юҡ. Әммә рифтар, тауҙар, уникаль тәбиғәт бар. Лидерҙар рәтендә нығыныу өсөн беҙгә ҡыҙыҡһынған кешеләрҙең көсөн туплап, төрлө йүнәлештәрҙә әүҙемерәк һәм системалыраҡ эш алып барырға кәрәк, – тип йомғаҡ яһаны Урал Килсенбаев.
Г. ВАРИСОВА.