Һәр төбәктең абруйлы шәхестәре була. Улар үҙенең йәшәү рәүеше, башҡарған эштәре, ғәҙеллеге менән хөрмәт ҡаҙана. Тәлғәт Сафиулла улы Мөхәмәҙуллин – тап шундай кешеләрҙең береһе. Ихласлығы менән балҡып, әйләнә-тирәләгеләргә яҡты нур бөркөп йәшәгән кешеләр һәр саҡ һоҡланыу тыуҙыра. Бөтә ғүмерен яратҡан эшенә арнаған Тәлғәт ағай күптәргә үрнәк. Ул әле лә эшләп йөрөй, ауыл тормошонда ҡайнап йәшәй, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша.
Тәлғәт Сафиулла улы 1952 йылдың ҡар-буранлы февралендә Ишембай районының Сәлих ауылында Фәғилә менән Сафиулла Мөхәмәҙуллиндарҙың ишле ғаиләһендә ете бала араһында алтынсыһы булып донъяға килә. Атаһы – уҡытыусы, әсәһе ауылдың май заводында эшләй. Тәлғәт VIII класта уҡығанда, ғаилә башлығы Сафиулла ағай 48 генә йәшендә баҡыйлыҡҡа күсә. Шулай итеп, Тәлғәт ағайға үҫмер генә килеш тормош йөгөн үҙ иңенә алырға тура килә. Был ваҡытта ике ағаһы – әрме сафында, Самат ағаһы – күрше Әхмәр ауылында Х класта, ә һеңлеһе башланғыс класта уҡый. Миннур ағаһы Учалы ҡалаһында донъя көтә. Иң оло Рафаэль ағаһының үҙ ғаиләһе, өҫтәүенә, ул – колхозда бригадир, үҙ мәшәҡәте муйындан. Шулай ҙа ҡыйынлыҡтарға, һынауҙарға бирешмәй, бар ғүмерен фиҙакәр хеҙмәттә лайыҡлы үткәрә Тәлғәт Сафиулла улы.
“Бала саҡтан ауылға гастроль менән килгән артистарҙың сығыштарын, спектаклдәр ҡарарға яраттым. Артист һөнәре ныҡ оҡшай ине... ” – ти ул. Әммә 1969 йылда мәктәпте тамамлағас, Тәлғәт Сафиулла улы атаһы кеүек уҡытыусы булырға ҡарар итә һәм Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына документтарын тапшыра, тик конкурстан үтә алмай. Яҙмыш тигәндәре шулдыр инде, уның ҡарауы, бала саҡ хыялын тормошҡа ашырырға насип була: йәш егет Өфө дәүләт сәнғәт институтына уҡырға инә.
1974 йылда уҡыу йортон тамамлаған йәш белгесте Салауат башҡорт дәүләт драма театрына эшкә ебәрәләр. Әрме хеҙмәтенә тиклем “Иртәнге томан” спектаклендә Саматты уйнай һәм “Оло ул” спектаклендә Васенька ролен уңышлы башҡара. 1975-1976 йылдарҙа армия сафында хеҙмәт итә, ә көҙөнә уны Нефтехимиктар мәҙәниәт һарайына эшкә саҡыралар. 1977 йылдың сентябрендә уға Башҡорт халыҡ театрының дилбегәһен ышанып тапшыралар. Өс тиҫтә йылдан ашыу ошо театрға тоғро хеҙмәт итә Тәлғәт Мөхәмәҙуллин.
– Режиссер булараҡ иң тәүге эшем Юныс Әминевтең “Умырзая сәскәләре” булды. Ул спектаклдә бөтә актерҙар составы уйнаны, егермеләгән образ ине, – тип хәтерләй ул.
Тәлғәт Сафиулла улы 30-ҙан ашыу спектаклде сәхнәгә ҡуйған. Улар араһында Мостай Кәримдең “Ҡыҙ урлау” комедияһы, Баязит Бикбайҙың “Ҡарлуғас”, Әсғәт Мирзаһитовтың “Һалдат улы”, Әнғәм Атнабаевтың “Шоңҡар”, “Мөхәббәт тураһында йыр”, “Ул ҡайтты”, Нәжиб Асанбаевтың “Зәйтүнгөл”, “Ғүмер көҙө” драмалары, “Йөрәктәр ҡушҡас”, “Һыу юлы” комедиялары һәм башҡа әҫәрҙәр бар. Республика, ил кимәлендәге сәхнәләрҙе гөрләтеп еңеү яулап ҡайтҡан данлыҡлы осор тураһында тиҫтәләрсә диплом һәм маҡтау ҡағыҙы дәлилләй. Тәлғәт Мөхәмәҙуллин эшләгән осорҙа дүрт һәүәҫкәр актер – Фәрит Ҡаҙаҡҡолов, Тәлғәт Аҙнаев, Сәйҙә Солтанова, Тәлғәт Ҡотлоғужин һәм улар менән бер рәттән Тәлғәт Сафиулла улы ла “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.
– Ул заманда халыҡ театрға күп йөрөнө, гастролдәр ҙә бихисап ине. Күңелле, ҡыҙыҡлы осорҙа эшләргә, ижад итергә яҙҙы. “Аҡҡошом минең” спектаклен ҡарарға пьеса авторы Фәрит Иҫәнғолов үҙе килде. Спектакль барыһына ла оҡшаны. Ул тамамланғас, Фәрит Иҫәнғолов: “Мин бында ысын театрҙы күрҙем!” – тип беҙҙе маҡтаны. Ысынлап та, спектакль уңышлы килеп сыҡты: актерҙарҙың уйнауы ла, декорациялар ҙа – барыһы ла юғары кимәлдә булды. Нәжиб Асанбаев та ике спектаклен шәхсән тамаша ҡылды. Ул да ҙур баһа биреп, беҙҙе ҡыуандырғайны, – тип хәтерләй Тәлғәт Сафиулла улы.
2007 йылда Тәлғәт Мөхәмәҙуллинды Ергән ауылындағы мәҙәниәт йортона етәксе итеп эшкә саҡыралар. Ул берҙәм, егәрле коллективы менән был мәҙәниәт йортона йән өрә. Дәртләнеп, тырыш коллектив туплап, эшләп алып китә ул. Бейеү, вокал, халыҡ инструменттары, сыуаш вокал ансамблдәре, рус балалар театры, башҡорт театр коллективы, тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы ойоштороп ебәрә.
– Ергәнгә килгән ваҡытта, клуб яңы ғына төҙөлгән ине. Бина ҙур, тик бер нәмә лә юҡ. Музей етәксеһе итеп ҡатыным Лилиә Тәлғәт ҡыҙы Камалованы ҡуйҙылар. Экспонаттарҙы өй беренсә йөрөп, Ергән ҡасабаһынан да, күрше ауылдарҙан да йыйҙыҡ. Музейҙы туплау – үҙе бер тарих ул, – тип хәтерләй Тәлғәт Сафиулла улы.
Шулай ҙа ергәндәрҙең иң ҙур ғорурлығы – халыҡ театры. Тәлғәт Мөхәмәҙуллин етәкселегендә “Ағиҙел” театр коллективы барлыҡҡа килә. Бер-бер артлы башҡорт, татар драматургтарының сәхнә әҫәрҙәре ҡуйыла башлай. Нәжиб Асанбаевтың “Ғүмер төҫө”, “Тыуған көн”, Сәлмән Яҡуповтың “Бирегеҙ йөрәгемде”, Ғәлиәскәр Камалдың “Беренсе театр”, Данил Сәлиховтың “Уҙып барышлай”, Аяз Ғиләжевтең “Ебәк баулы былбыл ҡош”, Наил Ғәйетбайҙың “Хазина” спектаклдәрен тамашасы бик йылы ҡабул итә. 2009 йылда коллективҡа “халыҡ театры” исеме бирелә.
Сағыу һәләтле, сәнғәткә ғашиҡ, илаһи ижадҡа теләк һәм ваҡыт тапҡан сәмле ергәндәр район тамашасыларын ғына шатландырмай, ә республика кимәлендә лә лайыҡлы сығыш яһай. Мәҫәлән, бер нисә йыл рәттән “Алтын тирмә” милли театрҙар төбәк-ара фестиваленән уңыш яулап, тиңдәр араһында тиң булғандарын иҫбатлап ҡайттылар. 2019 йылда Башҡортостандың һәүәҫкәр театрҙар фестиваль-марафонында лауреат дипломы менән бүләкләнделәр.
Тәлғәт Сафиулла улы Мөхәмәҙуллиндың уңышлы хеҙмәте әллә күпме Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары менән билдәләнгән. Ул – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, хеҙмәт ветераны. Яҙмышынан ҡәнәғәт, бәхетле ғаилә башлығы, яратҡан тормош иптәше, атай һәм ҡартатай ҙа ул. Балалары ла тормошта үҙ урынын табып, матур йәшәй.
– Бала саҡтан килгән тағы бер ҙур хыялым бар ине – сәйәхәт итеү, сит илдәрҙе күреү. Аллаға шөкөр, ике тапҡыр Төркиәгә, Мысырға барып пирамидаларҙы, хатта Италияны ла күрергә насип булды, – ти абруйлы уҙаман.
Хеҙмәте менән хөрмәт ҡаҙанған, Ергән ауылының тормошон йәмләп йәшәгән, үҙе лә йәшәйештән йәм таба белгән Тәлғәт Сафиулла улына оло ихтирамыбыҙҙы белдереп, именлек-һаулыҡ, бәрәкәтле ғүмер теләйбеҙ.
Земфира ҺӨЙӘРҒОЛОВА,
Мәләүез районының мәҙәни-ял үҙәге методисы.