Премьер-министр Андрей Назаров үткәргән республика Хөкүмәтенең аҙналыҡ ултырышында 2022 йылда подъездарҙы ремонтлау, ихаталарҙы һәм йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү буйынса планды тикшерҙеләр.
Андрей Назаров әйтеүенсә, Башҡортостан был программаларҙы тормошҡа ашырыу, шулай уҡ йәшәү мөхите уңайлы булған ҡалалар һаны буйынса алдынғылыҡты биләй.
– 2021 йылда күп фатирлы йорттарҙа дөйөм мөлкәткә капиталь ремонт яһауға дәүләт ярҙамы күләме буйынса Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында - етенсе, Волга буйы федераль округында өсөнсө урынды биләгән. Республикала уңайлы мөхитле ҡалалар өлөшө 38 проценттан 66,7 процентҡа тиклем артҡан. Планда ҡаралған туғыҙ түгел, ә 14 ҡала республикала юғары сифат индексын күрһәткән. Бындай һөҙөмтәләрҙе һаҡлап ҡалыу ғына түгел, артабан да яҡшыртырға кәрәк. Быйыл бөтә кимәлдәге бюджеттарҙан төҙөкләндереүгә һәм капиталь ремонтҡа 3,8 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән. Был йәһәттән бурыстар етди. Санкция баҫымы шарттарында уларҙы тулы күләмдә тормошҡа ашырыу өсөн өҫтәмә тырышлыҡ талап ителәсәк, - тине Андрей Назаров.
Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев быйыл, подъездарҙы комплекслы ремонтлауҙың республика программаһына ярашлы, Башҡортостанда күп фатирлы 304 йортта 896 подъезды төҙөкләндереү тураһында һөйләне. Был эшкә 493,4 миллион һум аҡса бүленгән. Бөтә подъездар техник яҡтан тикшерелгән, смета документтары төҙөлгән, милекселәрҙең йыйылыштары үткәрелгән. Әле Өфөләге, Ағиҙелдәге һәм Стерлетамаҡтағы өс йорттоң туғыҙ подъезында ремонт тулыһынса тамамланған. 1 октяргә тиклем планлаштырылған бөтә подъездар ҙа төҙөкләндерелергә тейеш.
Алан Марзаев үҙенең сығышында “Башҡорт ихаталары” программаһын тормошҡа ашырыу йәһәтенән пландар менән уртаҡлашты.
– “Башҡорт ихаталары” программаһын тормошҡа ашырғанда республикала етештерелгән ҡорамалдар ғына ҡуйыла. Уларға балалар майҙансыҡтары, бәләкәй архитектур һындар, эскәмйәләр, урналар, видеокамералар инә. Мәҫәлән, былтырҙан беҙ Күмертау ҡалаһында етештерелгән видеокамераларҙы ҡуя башланыҡ, – тине ул.
“Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проектына килгәндә, быйыл уны тормошҡа ашырыуға 1,9 миллиард һум йүнәлтелгән. Йыл йомғаҡтары буйынса 122 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелә, Баймаҡ, Белорет, Благовещен, Дәүләкән, Сибай һәм Учалы ҡалаларында, Мәләүез районының Воскресенск һәм Йылайыр районының Йылайыр ауылдарында еңеү яулаған конкурс проекттары буйынса эш ахырына еткереләсәк, тип билдәләне Алан Марзаев.
Киләсәктә Стәрлетамаҡ, Туймазы, Күмертау, Межгорье, Бәләбәй һәм Бөрө ҡалаларында алты проектты тормошҡа ашырыу күҙаллана.
Ултырышта республика халҡының 2023 йылға йәмәғәт биләмәләрен йәки дизайн-проекттарын һайлау буйынса электрон тауыш биреүҙә ҡатнашыуын ойоштороуға айырыуса ҙур иғтибар бүленде. Ул 15 апрелдән 30 майға тиклем берҙәм федераль платформала үткәрелә. Теләгән һәр кем объект өсөн тауыш бирә ала.
Андрей Назаров Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына һәм Төбәк капиталь ремонт операторына эштәрҙең сифатын, ваҡытында башҡарылыуын тәьмин итергә ҡушты.
Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press