Башҡортостан
-15 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Апрель , 16:02

Һәр ваҡыт күберәкте белергә ынтылып йәшәйек!

Мин элек-электән китап уҡырға яраттым. Уҡыған саҡта төрлө фәһемле фекерҙәрҙе, цитаталарҙы яҙып алам. Китаптарҙағы аҡыллы әйтемдәр, афоризмдар тормошта осраған төрлө сетерекле хәлдәр ваҡытында ярҙам итә, кәңәш кеүек ҡабул ителә.

Ғөмүмән, китап – белем шишмәһе, тип юҡҡа әйтмәгәндәрҙер. Гәзит уҡыусыларҙың иғтибарына үҙем яҙып алған ҡайһы бер фәһемле цитаталарҙы тәҡдим итәм.

3 “Тормош ауырлыҡтар менән һынай. Шул уҡ ваҡытта ул ошо ауырлыҡтарҙы еңерлек көс тә бирә”.

3  “Һәр уңыш хеҙмәт менән яулана”.

3 “Танып белеү, өйрәнеү, мөмкинлектәргә эйә булыу йәһәтенән кеше аңының сиктәре юҡ”.

3 “Тарих – ул алдан күҙаллау мөмкин булмаған осраҡлыҡтар сылбыры”.

Мин Йыһан ҡоролошо тураһында ла уҡырға яратам. Бер китапта “Йыһандың бөтә серҙәрен асыу өсөн кешегә тартыу көсөнөң механизмын, серен аңлау кәрәк” тип яҙылған ине. Ғалим, тәүге ракета-космос системаларының баш конструкторы С.П. Королевтың икһеҙ-сикһеҙ йыһан донъяһына ҡағылышлы һүҙҙәре айырыуса урынлы һәм фәһемле: “Космос – ул фән өсөн! Ул тик тыныс маҡсаттар, тәбиғәттең тылсымлы серҙәрен бер туҡтамай асырға тырышҡан кеше өсөн!”; “Уйланығыҙ! Уйланығыҙ! Уйһыҙ эшләргә ярамай! Шуны иҫтә тотоғоҙ: беҙҙең эштәрҙең уңышлы булыуына Тыуған илебеҙҙең донъя аренаһындағы абруйы бәйләнгән!”

Аҡыллы китаптар, уларҙағы фәһемле фекерҙәр кешене рухландыра, илһамландыра. Академик Ю.Б. Харитон: “Тәбиғәттең күп ҡырлы гармонияһын эстетик йәһәттән үҫешкән кеше генә тоя ала” тип әйткән. Һәр ваҡыт күберәкте белергә, яҡтылыҡҡа, яҡшылыҡҡа ынтылып йәшәйек!

Ринат НИЗАМЕТДИНОВ.

Салауат районы,

Арҡауыл ауылы.

Читайте нас в