ТАСС-та “Һанлы алға китеш. Миҙгел: яһалма интеллект” тигән конференция ойошторолдо. Ул “Яһалма интеллект” федераль проекты сиктәрендә үткәрелде.
Проект “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” президент платформаһы флагман конкурсының “Хакатондар һәм яһалма интеллект буйынса лекция” һәм “Һанлы алға китеш” исемле ике конкурсты ҡушыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән.
Ойоштороусыһы – Рәсәй иҡтисади үҫеш министрлығы.
“Һанлы алға китеш. Миҙгел: яһалма интеллект” проекты сиктәрендәге беренсе төбәк чемпионаты Өфөлә 10 июндән 8 июлгә хәтлем ойошторола.
"Хөкүмәтебеҙ әүҙем рәүештә Рәсәй IT-тармағына комплекслы ярҙам итеү буйынса әүҙем эштәр алып бара, – ти Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко. – Шул уҡ ваҡытта яһалма интеллекттың технологияһын үҫтереүгә лә булышлыҡ итә. Былтыр Рәсәйҙә ун төбәк хакатоны уҙғарылды. Унда бер мең тирәһе йәш белгес ҡатнашты".
Дмитрий Чершышенко әйтеүенсә, киләсәктә Рәсәй төбәктәрендә 36 сара ойоштороу күҙаллана.
Фото: "Башинформ".