Башҡортостандың Дәүләт хеҙмәттәре порталында күсемһеҙ милекте кадастр исемлегенән алыу (индереү) буйынса онлайн-хеҙмәттәр күрһәтелә.
Башҡортостанда ойошмаларға һәм айырым кешеләргә уңайлы булһын өсөн дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙе электрон формаға күсереү буйынса әүҙем эш дауам итә. Был хеҙмәтте, административ регламентҡа ярашлы, Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы күрһәтә, ул түбәндәге һылтанма буйынса эшләй: https://gosuslugi.bashkortostan.ru/#/shortCard/1002.
Дәүләт хеҙмәттәрен электрон форматҡа күсереү – һанлы иҡтисад булдырыу өсөн мотлаҡ шарт булып торған дәүләт идаралығын һанлаштырыу принциптарының береһе. Ошо онлайн-хеҙмәт күрһәтеү сиктәрендә күсемһеҙ милекте тикшереү актының күсермәһен алырға йәки тикшереү үткәреүгә теркәлергә мөмкин. Хеҙмәтте теркәү өсөн Дәүләт хеҙмәттәрендә раҫланған иҫәп яҙмаһы һәм форманы тултырыу өсөн бер аҙ ваҡыт кәрәк буласаҡ.
2022 йылдың башынан Башҡортостан Республикаһының Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығына 14 меңдән ашыу электрон ғариза ебәрелгән. Был – 2021 йылда Башҡортостандың Дәүләт хеҙмәттәре аша онлайн-форматта бирелгән ғаризаларҙың дөйөм һанының 40 проценттан ашыуы. Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре йәһәтенән дәүләт хеҙмәттәрен Башҡортостан Республикаһының Дәүләт хеҙмәттәре порталында алырға мөмкин.