Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Апрель 2022, 12:00

Балыҡҡа йөрөмәй тороғоҙ

Башҡортостанда 15 апрелдән 5 июнгә тиклем һәүәҫкәр балыҡсылыҡ тыйыла.

Балыҡҡа йөрөмәй тороғоҙ
Балыҡҡа йөрөмәй тороғоҙ

Башҡортостанда 15 апрелдән 5 июнгә тиклем һәүәҫкәр балыҡсылыҡ тыйыла. Был хаҡта республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы иҫкәртә.

Икенән дә күп булмаған ырғаҡлы бер ҡалҡыуыслы йәиһә һыу төбө ҡармағынан башҡа бөтә төр балыҡ тотоу ысулдары тыйыла. Шулай уҡ ыуылдырыҡ сәсеү урындарында балыҡ ҡармаҡларға ярамай.

Һыу биоресурстарының ҙурлығына ҡарата ла талаптар бар. 40 сантиметрҙан ҡыҫҡараҡ ағасаҡ, һаҙан һәм һыла балығы, 28 сантиметрҙан бәләкәйерәк ҡорман, 90 сантиметрҙан бәләкәйерәк  йәйен, 10 сантиметрҙан бәләкәйерәк ҡыҫала эләкһә — һыуға кире ебәрергә кәрәк. Тәүлегенә рөхсәт ителгән табыш күләмен арттырырға ярамай, ул биш килограмдан артмаҫҡа тейеш.

Ведомство иҫкәртеүҙәренән күренеүенсә, ике ай дауамында һыу ятҡылыҡтарында күҙәтеү-тикшереү эштәре көсәйтелә. Тыйыуҙарҙы боҙған  балыҡсыларға ике меңдән биш мең һумға тиклем штраф һалына. Балыҡ аулау саралары һәм кәмәләр тартып алына. Вазифалы кешеләргә штраф күләме 20-нән 30 мең һумға тиклем, юридик шәхестәргә 100 меңдән 200 мең һумға тиклем тәшкил итә.

Фото:  selgazeta.ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: