Балтас районының Көндәшле ауылында йәшәгән ҡул эштәре оҫтаһы Эльмира Сәхипова үҙенсәлекле шөғөлдө үҙ иткән. Ауыл мәҙәниәт йортоноң мәҙәни сараларҙы ойоштороусыһы эшен башҡа кешегә ҡалдырғас, Эльмира Михайловна полиротанг тигән яһалма материалдан ҡулдан бик матур кәрзиндәр үрә башлаған.
– Материалды интернет-магазиндарҙан һатып алырға була. Миңә ситтә йәшәгән ҡыҙым алып ҡайтты. Хәҙер интернет бар. Теләгән кешегә ниндәй генә һөнәр үҙләштереү мөмкинлеге юҡ! Көн дауамында өс–дүрт сәғәттә бер кәрзин үрергә була, – ти ҡул эштәре оҫтаһы.
Кәрзин үреүҙең үҙенсәлеге бар икән. Айырым өлөштәрен туҡтамай эшләргә кәрәк. Юҡһа сифатлы килеп сыҡмай. Онотолоп, бирелеп үргән кәрзиндәр тигеҙ, матур, уңайлы, күңелгә ятышлы килеп сыға, ти оҫта ханым.
Эльмира Сәхипова белдереүенсә, кәрзинде үҙең теләгән формала үрергә була. Унан да бигерәк, буяу һауыттарына, төрлө биҙрә, тас һәм ҡулланыуҙа булған, шаҡтай таушалған башҡа һауыттарға икенсе “ғүмер” биреп, яңынан ҡулланырға мөмкин.
Эльмира Михайловна кәрзиндәрҙе үҙе, яҡындары, туғандары өсөн эшләй. Бүләк өсөн ҡулланырға ла бик ҡулай, ти. Пластмасса һауыттарҙы ҡояш нурҙарынан һаҡлай, уларҙы йортта үҫтергән гөлдәр өсөн дә ҡулланырға була. Аҫылмалы гөлдәр ултыртылған үҙенсәлекле кәрзиндәр йортҡа күркәм биҙәк булып ултырасаҡ.
Аида ХӘЙРЕТДИНОВА.
Балтас районы.