Иглин районының Түбәнге Ләмәҙ ауылында, “Айыҡ ауыл” конкурсына ярашлы, ауыл хужалығы продукцияһы етештереүселәр, йәмәғәт һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмалар, дәүләт власы органдары, ғилми берләшмә вәкилдәре ҡатнашлығында республика умартасыларының төбәк семинар-кәңәшмәһе үтте.
Унда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, Башҡортостандың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ирек Сураҡов, “Башҡортостанда умартасылыҡ продукттарын һаҡлау һәм пропагандалау буйынса төбәк-ара үҙәк” йәмғиәте директоры Марат Хәсәнов, “Башҡортостан умартасылары” ойошмаһы рәйесе Игорь Вавилов, Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова һәм башҡалар ҡатнашты.
Ләмәҙ продукцияһы – донъяла иң сифатлыһы
Семинар-кәңәшмәнең тап ошо ауылда үткәрелеүе юҡҡа түгел. Иглин районының Түбәнге Ләмәҙ ауылы йүкәле урмандар араһында ултыра һәм сифатлы балы менән дан тота. Умартасылыҡ – урындағы халыҡтың быуындан-быуынға күсеп килгән төп шөғөлө.
Мәктәп янындағы майҙанда урындағы умартасыларҙың продукцияһынан күргәҙмә ойошторолдо. Сифатлы балдан ауыҙ итеп ҡарау форсаты һәр кемгә тейҙе. Былтыр Рәшит Аҙнабаев һәм Фәнил Ғәлләметдиновтарҙың умарталарынан алынған балды Германиялағы махсуслаштырылған лаборатория тикшереүгә алған. Һөҙөмтәлә уларҙың балы донъяла иң сифатлыһы тип танылған.
Сара концерт һәм республиканың иң яҡшы умартасыларын бүләкләү тантанаһы менән асылды. Артабан семинарҙа ҡатнашыусылар умартасылыҡтың көнүҙәк проблемаларын тикшереү өсөн түңәрәк өҫтәлдәргә таралды. Тармаҡтың үҫеше, баҙар шарттарына яраҡлашыу, АпиМир форумына әҙерлек – ошо һәм башҡа мәсьәләләр тикшерелде.
Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова райондағы умартасылыҡ торошо тураһында ентекле һөйләне.
– Иглин балының сифаты, тәме башҡаларҙыҡынан айырылып тора. Йылдан-йыл умарталар һаны, һатыу өсөн тәғәйен етештерелгән бал күләме арта. Был үҙ сиратында сифатҡа ҡарата талапты арттыра, – тине ул.
Уҙған быуаттың 80-се йылдарында район биләмәһендә “Ләмәҙ” умартасылар совхозы һәм Башҡортостан умартасылыҡ тәжрибә станцияһы уңышлы эшләгән. Бында яҡынса мең баш самаһы умарта булған. Әммә үҙгәртеп ҡороу осоронда совхозды крәҫтиән (фермер) хужалығы итеп үҙгәртәләр. Ә 2000 йылдарҙа умартасылар өсөн ифрат ауыр замана етә.
Ошо мәлдән бөтә райондарҙа ла ҡортсолоҡ белгестәрен бөтөрәләр. Иглин уңғандары заман елдәренә бирешмәй һәм тәүгеләрҙән булып 2011 йылда коммерцияға ҡарамаған “Башҡортостандың Иглин районы умартасылары” йәмәғәт ойошмаһын булдыра. Инде тиҫтә йылдан ашыу эшләгән был ойошма төбәк кимәлендә генә түгел, республика умартасылары менән дә тәжрибә уртаҡлаша: ҡышҡыһын улар өсөн уҡыуҙар ойоштора, яҙлы-көҙлө семинарҙар үткәрә. Бының өсөн районда уңайлы шарттар булдырылған. Инә ҡорттар үрсеткән умартасылыҡтар, балауыҙ иретеү заводы тотош республикала умартасылыҡтың үҫешенә ыңғай йоғонто яһай. Был һүҙҙәрҙе һандар ҙа ҡеүәтләй ала: йәмғиәт булдырылғандан алып районда умарталар һаны 12 меңдән 18 меңгә тиклем артҡан, һатыу өсөн бал етештереү 2011 йылда 260 тонна тәшкил итһә, былтыр иһә 485 тоннаға еткән.
Умартасылар гранттар юллау мөмкинлегенән дә әүҙем файҙалана. Мәҫәлән, 2020 йылда Хәлилов крәҫтиән (фермер) хужалығы – 2,9 миллион һум күләмендә, Вәлиәхмәтов һәм Хәлитов крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары өс миллион һумлыҡ грант алыуға өлгәшкән.
Гүзәл Насирова билдәләүенсә, һуңғы 50 йылда район умартасылыҡ буйынса байтаҡ уңышҡа өлгәшкән. Әле 18 мең 200 умарта һанала, бер умартанан уртаса 29 килограмм бал алалар.
– Ләмәҙ ауыл биләмәһендә 5288 баш умарта тоталар, уларҙан йәмғеһе 169 тонна бал алынған, Оло Тәләктә иһә 1660 умартанан 47 тонна бал алғандар, Кәлтә ауылында меңдән ашыу умартанан 16 тонна бал алынған. Ә быйыл район буйынса умарталар һанын 19 мең башҡа арттырыу; ике меңдән ашыу умарта һатыу; сауҙаға сығарыласаҡ балды 500 тоннаға еткереү, һәр умартанан 30 килограмм бал алыу бурысы ҡуйылды! – тип пландары менән уртаҡлашты район хакимиәте башлығы.
Кооперативҡа берләшергә кәрәк
Умартасылар мөһим проблеманы күтәрҙе: Ҡаҙағстандан, Үзбәкстандан бүтән тоҡомло бал ҡорто индереү башҡорт бал ҡортона кире йоғонто яһай, ауырыуҙар таралыуға сәбәп була. Бынан тыш, әлеге күренеш продукция сифатының түбәнәйеүенә лә килтерә.
Эльвира Айытҡолова әйтеүенсә, дәүләт менән умартасылар берҙәм булғанда ғына, был мәсьәләне хәл итеп буласаҡ. Ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡорт бал ҡорто көнөн билдәләү башланғысы тураһында хәтергә төшөрҙө. Тәҡдим төбәк брендтарының береһен популярлаштырыуға, һаҡлауға йүнәлтелгән һәм Башҡортостан Башлығына ҡарауға ебәрелгән дә инде.
“Башҡортостандың Ауыл хужалығы буйынса консультациялар биреү үҙәге” директоры Ирек Саҡаев иһә умартасыларҙы кооперативтарға берләшергә саҡырҙы. Уның әйтеүенсә, республикала ғына түгел, бөтә Рәсәйҙә умартасылар башлыса айырым кешеләр булараҡ эш алып бара. Ә дәүләт ярҙамы тәү сиратта кооперативтарға бирелә. Әлеге алым тәү сиратта бизнес ҡороу өсөн мөһим. Кооперация өс тағанға нигеҙләнгән. Беренсеһе – етештереү күләмен арттырыу, яңы баҙарҙарҙы яулау; экспортҡа сығыу өсөн тәү сиратта етештерелгән продукцияның күп булыуы кәрәк.
– Икенсе таған – тауарҙы экспортҡа сығарыу өсөн иһә, уның сифатын тикшереп, лицензия алырға кәрәк. Өсөнсө таған – ул бер-береңә ярҙам итеү. Күләмде арттырып, эште үҫтереү – кооперацияның төп алымы, – тип билдәләне Ирек Саҡаев.
Был хаҡта үҙенең сығышында Башҡортостандың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ирек Сураҡов та әйтеп үтте.
– Умарталар һанын арттырырға кәрәк. Бөгөн республикала 290 мең баш самаһы умарта бар, 2030 йылға уларҙың һаны 460 меңгә етергә тейеш, ә республикала биологик ҡеүәт миллион күстән ашыу тип баһалана. Был ҡеүәт Башҡортостанда уникаль йүкәле урмандар, тәбиғи бал үҫемлектәре, үләндәр үҫкән ҙур майҙандар булыуға бәйле.
“Агростартап” программаһында әүҙемерәк ҡатнашырға саҡырам. Быйыл унда бер тиҫтәгә яҡын умартасы ҡатнашҡан, яңы эш башлағандар өсөн бүленгән аҡса бик яҡшы ярҙам булып тора. Бынан тыш, умартасылыҡ өсөн машиналар һәм ҡорамалдар һатып алыуҙы субсидиялау мөмкинлектәре лә бар. Республикала бал эшкәртеү менән бик әүҙем шөғөлләнә башлауҙарына бик шатмын, был йүнәлештә үҫеш күҙәтелә. Умартасыларға берләшергә, кооперативтар булдырырға, дөйөм бренд нигеҙендә эшләргә мөмкинлек биргән, килем килтергән проекттарҙы булдырыу шарт, – тине ул.
Башҡортостандың Ветеринария идаралығы етәксеһе Азат Йыһаншин бал ҡорттарының ауырыуҙарына иғтибарҙы йүнәлтте һәм, сир килеп сыға ҡалһа, тиҙ арала хәбәр итергә саҡырҙы.
Башҡортостандың Айырыуса һаҡланған биләмәләр дирекцияһы етәксеһе Салауат Нафиҡовтың тәҡдиме айырыуса ҡыҙыҡлы булды. Ултырыштың резолюцияһына ул Башҡортостандың өс районы һәм Силәбе өлкәһенең республикабыҙға сиктәш райондарында йүкәне һаҡлау буйынса заказник ойошторорға кәрәклеген билдәләне. Артабан ошо ҡарар заказник ойоштороуға нигеҙ булып торасаҡ һәм республиканың төп йүкә урмандарын һаҡлап ҡалыуға ҙур аҙым булмаҡсы. Был эш умартасылар һәм ауыл халҡы өсөн отошло буласаҡ. Заказник биләмәһендә хужалыҡ эштәре атҡарыу тыйылмай, ҡурсаулыҡ биләмәләрендәге кеүек сикләүҙәр индерелмәй. Был һәр яҡлап уңайлы.
Тәжрибә – алмаштырғыһыҙ ҡорал
Семинарҙа ҡатнашыусылар донъяла иң сифатлы бал етештереүсе Рәшит Аҙнабаевтың умарталарын барып ҡараны. Рәшит Рәйес улы йәмғеһе 700 күс тота, былтыр 24 тонна бал алған. Түбәнге Ләмәҙ мәктәбе уҡыусыларына шөғөлөнөң серҙәрен дә өйрәтә. Балалар бындағы дәрестәргә бик теләп йөрөй.
Рәшит Аҙнабаевтың тоҡомо быуын-быуындан умартасылыҡ менән шөғөлләнгән. Үҙе лә, тыуған төйәгендә төпләнеп, ғүмерен ҡортсолоҡҡа бағышлаған. Инде 40 йыл күңеленә хуш килгән тармаҡта шөғөлләнә ул.
Былтыр Аҙнабаев крәҫтиән (фермер) хужалығы 300 умарта, өс меңдән ашыу инә ҡорт һатҡан. Хәҙерге заман алымдарын ҡулланып, фәнгә таянып, көслө күстәр әҙерләүгә өлгәшкән, улар тәү сиратта йүкәнән бал йыйыуға йүнәлтелгән. Йүкә сәскә атып бөткәндән һуң, Рәшит Аҙнабаев бал ҡорттарын күсереп йөрөтә башлай.
Семинар йомғаҡтары буйынса республикала умартасылыҡтың артабанғы үҫеше тураһында ҡарар ҡабул ителәсәк.
Лилиә НУРЕТДИНОВА.