Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Май 2022, 08:15

Киләһе көндәрҙә ниндәй һауа торошо көтөлә?

Синоптиктар хәбәр итеүенсә...

Киләһе көндәрҙә ниндәй һауа торошо көтөлә?
Киләһе көндәрҙә ниндәй һауа торошо көтөлә?

Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, бөгөн республикала урыны менән бер аҙ ямғыр яуа. Ел төндә көньяҡтан талғын, көндөҙ йүнәлешен үҙгәртә, көсәйә.

Һауа температураһы төндә 3-8 градус йылы, аяҙытҡанда тупраҡҡа ҡырау төшөүе, һауа температураһының 0-дән минус 2 градусҡа тиклем түбәнәйеүе, көндөҙ 13-18, көньяҡ-көнсығыш райондарҙа 22 градусҡа тиклем йылы булыуы көтөлә.

Иртәгә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа, урыны менән йәшенле ямғыр, борсаҡ яуыуы ихтимал. Ел төньяҡтан, ваҡыты менән көслө. Һауа температураһы төндә 7-12, төньяҡ-көнбайыш райондарҙа 2 градусҡа тиклем, көндөҙ 12-17, көнсығышта 22 градусҡа тиклем йылы була.

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: