Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Май 2022, 13:00

Йырлы йылайырҙар башланы!

Кисә район һабантуйы нисек үтте?

Йырлы йылайырҙар башланы!
Йырлы йылайырҙар башланы!

Кисә хәбәр итеүебеҙсә, Йылайыр районында республикала быйыл беренселәрҙән булып милли байрам – һабантуй уҙҙы. Ул Кесе Юлдыбай ауылы янында ойошторолдо. Көтөп алынған һабантуйға, ғәҙәттәгесә, район халҡы, ҡунаҡтар күпләп йыйылды.

Матур, бай биҙәлешле тирмәләр байрамдың айырым йәме ине. Унда халыҡтың бай күңеле, милли мәҙәниәт, ижади фантазия сағылыш алғайны. Йылайырҙар һабантуйына республиканың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ирек Сураҡов, урман хужалығы министры урынбаҫары Илгиз Фәтҡуллин, Баймаҡ, Ейәнсура, Хәйбулла райондары етәкселәре лә килгәйне.

Район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов, Башҡортостандың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ирек Сураков байрам менән ҡотлап, йылы теләктәрен еткерҙе. Унан һабантуй майҙанында ауыл хеҙмәтсәндәрен тәбрикләнеләр.

Байрамдың спорт уйындарынан торған өлөшө айырыуса йәнле үтте. Халыҡ уйындары, дөйәлә йөрөү – барыһы ла булды һабантуйҙа. Һыбай килеш уҡ атыуҙы ҡарау берәүҙе лә битараф ҡалдырманы. Ниндәй һабантуй милли көрәшһеҙ үтһен? Был юлы ла ошо бәйге байрамдың иң көтөлгән мәле булды. Волейбол, мини-футбол, гер спорты, төрлө конкурстар – һабантуй программаһы ифрат бай, һәр кем күңеленә хуш килерлек ине. Балалар ҙа ситтә ҡалманы: уларға батут, таусыҡтар, бәүелсәктәр ҡуйылды, ҡыҙыҡлы уйындар ойошторолдо.

Йылайыр районы хакимиәте башлығы, байрамдағы рәсми ҡунаҡтар, ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре, фермер хужалыҡтары етәкселәре ҡатнашыуында "түңәрәк өҫтәл" дә үтте.

– Уҙған йыл бик ҡоро килде, уңыш бик ҡыуандырманы. Быйыл республикабыҙ Хөкүмәте ер эшсәндәренә ярҙам күрһәтте. Сәсеү эштәре бөттө тиерлек. Техник культураларҙы сәсеүҙе генә тамамларға ҡалды. Яҡшы уңыш алырға өмөт итәбеҙ, – тип билдәләне сығышында район башлығы Борис Мелкоедов.

Сара ауыл хужалығын артабан үҫтереү юлдары буйынса фекер алышыу менән тамамланды.

Йылайыр һабантуйы иҫ киткес матур, дәртле, эшлекле сара булды.

Мәғлүмәт, фото: Йылайыр районы хакимиәте.

Йырлы йылайырҙар башланы!
Йырлы йылайырҙар башланы!
Йырлы йылайырҙар башланы!
Йырлы йылайырҙар башланы!
Йырлы йылайырҙар башланы!
Йырлы йылайырҙар башланы!
Йырлы йылайырҙар башланы!
Йырлы йылайырҙар башланы!
Йырлы йылайырҙар башланы!
Йырлы йылайырҙар башланы!
Йырлы йылайырҙар башланы!
Йырлы йылайырҙар башланы!
Йырлы йылайырҙар башланы!
Йырлы йылайырҙар башланы!
Йырлы йылайырҙар башланы!
Йырлы йылайырҙар башланы!
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас в