Юҡҡа борсолмағыҙ: сәфәребеҙҙең төп маҡсаты ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Ғайса улы Гәрәевтең тыуыуының 100 йыллығына ҡарата мәҡәләләр циклы өсөн мәғлүмәт туплау ине.
Китапханасыларҙың һөнәри байрамдары уңайынан иғлан ителгән "Рухиәт һаҡсыһы" конкурсында әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Илеш районының үҙәк китапханаһы хеҙмәткәре Клара Хәлиуллинаға гәзитебеҙҙең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡовтың Рәхмәт хатын да тапшырҙыҡ.
Шулай уҡ баш мөхәррир урынбаҫары Рәшит Зәйнуллин һәм хәбәрсе Әлфиә Минғәлиева Илеш районы хакимиәте башлығы Илдар Иршат улы Мостафин менән дә осрашты. Етәксе райондың тормошо, уңыштары менән таныштырҙы, ауыл хужалығы, эшҡыуарлыҡ, мәғариф, мәҙәниәт һәм башҡа тармаҡтарҙағы хәлдәр тураһында һөйләне. Төбәктә сәсеү эштәре лә тамамланған – йәмғеһе 78 мең гектарҙан ашыу майҙанда яҙғы культуралар сәселгән.
Илдар Иршат улы “Башҡортостан” гәзитен даими уҡып барыуы тураһында ла белдерҙе. Уның һүҙҙәренә ярашлы, район халҡы милли матбуғаттан өҙөлгәне юҡ. Китапханалар, мәктәптәр, башҡа учреждениелар республиканың төп баҫмаһын йыл һайын алдырып килә. “Башҡортостан” гәзите ойошторолоуға 105 йыл тулыу айҡанлы башланған “Һәр бер йортҡа – “Башҡортостан” акцияһына беҙ ҙә ихлас ҡушылабыҙ!” – тип белдерҙе Илеш районы хакимиәте башлығы.
Фотолар авторҙың шәхси альбомынан.