Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Июнь 2022, 15:04

Әсәй (Хикәйә)

– Әсәй ҡайҙа ул?

– Ҡайҙа китте? Ҡасан ҡайта? – Ҡыҙҙарым, ишектән инер-инмәҫтән, иң тәүҙә һәр ваҡыт “әсәй!” тип һөрәнләй. Ҡайһы берҙә шаяртып, “Әсәйегеҙ булмаһа, мин  бар ҙа һуң”, тиһәм:

– Һин атай бит, – тиҙәр. Ә инде әсәй һүҙенә ҡаршы яуап булмаһа, тауыштары үҙгәрә, йөҙҙәрен моң­һоу­лыҡ баҫа. Әсәйҙәренең “әү, бәпкәм” тигән йөрәк йылытҡыс тауышын ишетеү менән береһенән-береһе уҙҙырып ҡыуанысын һөйләй башлайҙар.

– Әсәй, мин бөгөн “бишле” алдым!

– Әсәй, нәмәкәй бешерҙең ул? Тәмле еҫ килә.

Бөгөн өлкәненең кәйефе юҡ. Ишектән килеп инеү менән:

– Әсәй, – тип ҡосағына барып ташланды ла сеңләп илап ебәрҙе.

– Нимә булды, балам? Ниңә илайһың?

– Математиканан контроль эштән уҡытыусы “өслө” ҡуйған. Алһыу минән күсерһә лә, уға “дүртле”.

– Йә, илама, тыныслан! Шул да булдымы хәсрәт! Сисен, ҡул-битеңде йыу ҙа сәй эсеп алайыҡ. Һин бит башлы ҡыҙыҡай. Уҡы­тыусы буталып киткәндер. Көнөнә әллә нисә баланың дәфтәрен тик­шерә бит ул. Икенсеһендә мотлаҡ “бишле” алырһың әле. Бына мин әйтте тиерһең.

– Ысынлап “бишле” булырмы, әсәй?

– Атаҡ, шулай булмайса! Был сиректә лә отличник булырһың. Тырышырға ғына кәрәк.

Бер аҙҙан улар күңелле генә итеп сәй эсеп ултыра ине. Үҙемдең дә кәйеф күтәрелде. Әсәйҙең бер йылы һүҙе, яғымлы ҡарашы барлыҡ хәсрәттәреңде шул минутта онотторор ҡөҙрәткә эйә шул.

Әсәй, әсәй... Ҡыҙҙарымдың әйләнгән һайын яратып әйткән һүҙе бала саҡ хәтирәләренә алып ҡайтты. Беренсе класта уҡып йөрөгән йыл. 8 Март байрамына әҙерләнәбеҙ. Уҡытыусыбыҙ Сәлиха апай һәр беребеҙгә шиғыр бүлеп бирҙе лә:

– Концерт ҡуябыҙ. Матур итеп ятларға өйрәнегеҙ. Оятҡа ҡалыр­лыҡ булмаһын. Әсәйҙәрегеҙҙе мәк­тәпкә ҡунаҡҡа  саҡырабыҙ, – тине. Бөтәбеҙ ҙә ҡыуаныстан шау-гөр килештек.

Мәктәптән ҡайтышлай уҡ уҡытыу­сы биргән яҙыуҙы иң ҡәҙерле әйбер кеүек кеҫәмдән сығарҙым да ятлай башланым:

“Әсәй!” тип телем асылған,

“Әсәй!” тип юлға сығылған,

“Әсәй!” тип бәхет табылған,

“Әсәй!” тип урап ҡайтылған.

Өйгә ҡайтып инеү менән әсәйемә һорау бирҙем:

– Әсәй, Айраттың теле кем тип асылған икән?

– Ҡайҙан ундай уй башыңа килде?

– Бына шулай яҙылған бит! – Ҡағыҙ киҫәген әсәйемә һондом. Әсәйем шиғырҙы уҡыны ла:

– Әсәһе булмағас, моғайын, “атай” типтер инде, – тип яуапланы.

– Беҙ ауырыһаҡ, һин гел баштан тотоп ҡарайһың. Шунан рәхәт булып китә. Ә Айраттыҡын кем тотоп ҡарай икән?

– Бәй, атаһы бар бит!

– Ә ни эшләп беҙҙең атай тотоп ҡарамай?

– Мин бар бит.

Айрат атаһы менән генә йәшәй. Уның әсәһе булмауға аптырайым. Ауылда бөтә кешенең әсәһе бар, уныҡы ғына юҡ. Әсәйһеҙ нисек йәшәй икән? Бигерәк ҡыйындыр инде. Беҙ әсәй күрше ауылға йомош-фәләнгә киткән арала уны һағынып бер булабыҙ. Күңелһеҙ, өйҙә торғо ла, ашағы ла  килмәй. Атай бар ҙа ул, барыбер әсәй һымаҡ түгел. Бер көндө әсәйемдән:

– Ни эшләп Айраттың әсәһе юҡ ул? – ти һораным.

– Ташлап сығып китте.

– Йәлләмәнеме икән?

– Йәлләмәгәндер, күрәһең. Йөрә­ге булһа, балаһын ҡалдырмаҫ ине.

– Әсәһе ҡайтмағас, Айрат ныҡ илағандыр инде... – Үҙемдән бәләкәс ике һеңлемде күҙ алдына кил­терәм. Гөлсәсәк саҡ атлай башланы. Ашағыһы килһә, аҡырып илай. Шунан әсәйем тиҙ генә күкрәгенә ҡыҫып имеҙә.

– Иламай бер бала ла үҫмәй. Илағандыр инде.

– Ә кейемен кем йыуа, кем ашарға бешерә икән?

– Атаһы.

Аптырауымдың сиге юҡ. Атай­ҙар ҙа ашарға бешерә икән... Беҙҙең атайҙың бер ваҡытта ла бешергәнен күргәнем юҡсы. Эшкә киткәндә әсәйем уға бөтәһен дә әҙер­ләй. Шешәгә һөт тултырып бирә, тоҡсайға икмәк һала. Хатта әсәйемдең сәй яһап биргәнен көтөп ултыра.

Һуңынан шул билдәле булды. Айраттың әсәһе күрше ауыл­дан булған икән. Өс айлыҡ ҡына ваҡытында уны ихата яғынан ишек алдына һалған да Үзбәк­стан­ға сығып киткән. Эштән ҡайтҡан атаһы улын шунда табып алған. Минең Айрат менән бер йылғы ағайым бар ине. Ҡайһы ваҡыт өләсәһе уны әсәйемә имеҙергә лә килтерер булған.

Әсәһе булмағас, өйҙәре лә икенсе төрлө шул Айраттарҙың. Тышҡы яҡтан беҙҙекенән матур ҙа һымаҡ. Соландың ваҡ-ваҡ тәҙрәләре аҡҡа буялған, әллә ҡайҙан күренеп тора. Эстә инде беҙҙеке һымаҡ ҙур сәскәле ҡорғандар, селтәрҙәр юҡ. Әсәйем ҡыш көнө бер төрлө ҡорған элһә, көндәр йылынғас, күмәкләп өйҙө йыуып сығарғас, икенселәрен ҡуя. Ул саҡта өйөбөҙ бөтөнләй ҙу­ра­йып киткән һымаҡ була. Ә улар­ҙа – гел төҫһөҙ ҡорған. Ул да һар­ғайып бөткән. Тәҙрә төптәрендә гөлдәре лә юҡ.

Шулай ҙа минең күҙҙе ҡыҙ­ҙырған әйберҙәр ҙә бар уларҙа. Өйҙәрендә ситтәре семәр­ләп, бөрмәләп-бөрмәләп эшләнгән ике кресло тора. Китаптарҙа күргән элекке байҙарҙыҡы һымаҡ. Барған һайын шунда ултырырға яратам. Их, беҙҙә лә булһа ине! Бер көндө ошоно әсәйемә әйттем.

– Эй, балам, – тине ул. – Бик тә алыр инек. Аҡса яғы наҡыҫ бит. Һеҙ алтау, ә Айрат бер үҙе. Атаһы алтын ҡуллы булғас, аҡсаны күп эшләй. Колхозда аҡса юҡ. Ярай, Хоҙай насип итһә, беҙ ҙә алырбыҙ әле!

Ысынлап та, Айраттың атаһы Айытбай ағай ныҡ оҫта. Ундайҙар хатта күрше-тирә ауылдарҙа ла юҡ. Ат арбаларына тәгәрмәстәр, саналар, мин белеп бөтмәгән тағы әллә нәмәләр эшләй. Айратҡа ике тәгәрмәсле арба ла эшләп биргән. Шуға ултырып, бер-беребеҙҙе һөйрәп йөрөйбөҙ. Эй рәхәт!

Әсәйемдең һүҙен тыңлап бөтөр-бөтмәҫтән урамға сығып йүгерәм. Бергә уйнаған дуҫтарыма һөрән һалам:

– Беҙ ҙә Айраттарҙыҡы һымаҡ крисла  алабыҙ!

Күп тә үтмәй Айраттарға барып инәм:

– Әсәйем беҙ ҙә һеҙҙеке һымаҡ алабыҙ, тип әйтте, үәт!

Айытбай ағай ихлас йылмая. Ул бүтән атайҙарға бөтөнләй оҡшамаған. Һәр ваҡыт йомшаҡ итеп һөйләшә. Беҙҙең атай, саҡ ҡына тауышлана башлаһаҡ, ҡайыш менән һуғып алырға ла күп һора­май. Күрше Ғүмәрҙең атаһы гел эсә, һуғыша, шуға ҡустыһы әсәһе менән беҙгә ҡасып килеп йоҡлай.

Айрат менән уйнауы күңелле булһа ла, өйҙәренең ҡояшы юҡ кеүек. Креслола ултырып та ялҡам. Ҙур телевизорҙа йәнһүрәт ҡарау ҙа ҡыҙыҡ булмай башлай. Тиҙерәк ҡайтырға сығам. Әсәйем, моғайын, бер нәмә бешерәлер. Ысынлап та, тәмле еҫ ихатаға уҡ таралған. Түҙмәй өйгә йүгереп инәм.

– Әсәй, нәмәкәй бешерҙең? – Унан алдыр тулып ятҡан һап-һары бауырһаҡты күреп, берәүһен алып ауыҙыма ҡабам. Унан әсәйемә һырылып:

– Әсәй, беҙгә крисла ла, дәү телевизор ҙа кәрәкмәй, һин генә бул, –  тип әйтәм.

 Әсәйем бит остарын уймаҡ­ландырып йылмая. Ә мин тағы теҙәм:

– Айраттарҙың өйөндә барыһы ла бар, уйынсыҡ машина ла, алма ла. Хатта улар өйҙә генә йыуыналар. Ҡалалағы һымаҡ. – Ҡалала бер тапҡыр булырға тура килмәһә лә, телевизорҙан күреп беләм бит. – Уларҙың өйө барыбер беҙҙеке һымаҡ түгел, сөнки уның әсәһе юҡ, эйе бит! – Был һүҙҙе ишетеүгә әсәйемдең йөҙө уйсанлана. Минең уйҙарымдың иге-сиге юҡ.  Нисек инде әсәйһеҙ йәшәмәк кәрәк? Бигерәк ҡыйындыр инде. Ә беҙ әсәйһеҙ бер минут та тора алмайбыҙ. Хатта ул кейенә башлаһа, бер ауыҙҙан:

– Әсәй, ҡайҙа бараһың? – тип төпсөнә һалабыҙ.

– Миңә кендегегеҙ береккәндер шул, – тип еңелсә асыуланып та ала әсәй. Хатта атайым да эштән ҡайтҡанда ул өйҙә булмаһа:

– Әсәйегеҙ ҡайҙа китте ул? – тип һорай һала. Уға әсәй нимәгә кәрәк икән?

Беҙҙең ауыл ҙур түгел. Бер бәләкәй генә магазин бар. Унда пишинйә, берәмник кеүек аҙыҡ-түлек һатыла. Бөтә йомошҡа колхоз үҙәге булған Сәйетбабаға йөрөйбөҙ. Әсәйем шунда тыуған. Өләсәйем дә унда йәшәй.    Шуға ла әсәйем унда йыш бара. Һуңғы ваҡытта өләсәй ҙә ауырыштырып торғас, оҙаҡлап та китә. Әсәйһеҙ шул тиклем ҡыйын. Хатта өйҙә торғо ла, ашағы ла килмәй. Шунан оло юлға сығып көтә башлайбыҙ. Уны күреп ҡалыу менән йүгереп барып ҡосағына ташланабыҙ.

– Әсә-ә-ә-әй! – Ҡулындағы сумкаһына үреләбеҙ. Әсәйебеҙ кәнфитме, печеньемы алып бирә. Уның менән бергә өйгә ҡайтып инеү шул тиклем күңелле! Әлдә әсәйем бар әле, тип эстән генә ҡыуанам. Үлеп кенә ҡуймаһын, тип теләйем. Үгәй әсәйҙәр ныҡ яуыз була, тиҙәр. Айҙағы Зөһрә ҡыҙ ҙа үгәй әсәһенән ҡасып шунда киткән бит.

Бер мәл шулай әсәйебеҙ Сәйетбабаға магазинға китте лә ҡайтмай ҙа ҡайтмай, ҡайтмай ҙа ҡайтмай... Ауыл осона сығып көтә торғас, арып бөттөк. Инде эңер төшә башланы. Бына бер ваҡыт алыҫтан ҡулына тоҡсай тотҡан әсәйем күренде.

– Ур-ра, әсәй ҡайтып килә-ә-ә! – Ике һеңлем менән ҡыуаныстан һөрәнләй-һөрәнләй ҡаршыһына йүгерҙек.

– Мин әсәйегеҙ түгел шул! – Әсәй тигәнебеҙ беҙҙән ике өй аша йәшәгән Зәйнәп апай булып сыҡты.

– Әсәй ҡайҙа? Ни эшләп ҡайтмай? – Һеңлеләремдең кәйе­фе китте. Минең дә танау төш­тө. Әсәй менән апайҙың бәлтәһе бер иш шул. Ул беҙгә ҡапыл ауырып киткән әсәйебеҙҙе район үҙәгенә дауаханаға оҙатҡандарын әйткәс, һеңлеләрем үкереп илай башланы. Апай, әсәйегеҙ дауаланып ҡайтыр, һеҙгә кәнфит, матур күлдәк алып ҡайтыр, тип йыуатырға тырышһа ла, Гөлсәсәк хатта  ергә тәгәрәп үкһергә тотондо:

– Әсәй! Ҡайт! Беҙгә күлмәк тә, кәнфит тә кәрәкмәй! Беҙгә әсәй кәрәк!

Зәйнәп апай сумкаһынан матур тышлы кәнфит сығарып тотторғай­ны, һеңлеләрем уны ергә атып бәрҙе.

– Беҙгә кәнфит кәрәкмәй, беҙгә әсәй кәрәк! – Илай торғас, ҡыҙарып-буҙарып, буҫлығышып  бөттө ҡы­ҙыҡайҙар. Шулай ҙа Зәйнәп апай:

– Әйҙәгеҙ, ҡайтайыҡ, кисен ергә ултырырға ярамай, ен һуғыр, – тип уларҙы көскә тынысландырып, ҡайтыу яғына йүнәлдек. 

Атайыбыҙ иртән тора ла эшкә сығып китә. Ул киткәндә беҙ йоҡлап ҡалабыҙ. Бер көндө ныҡ асыҡҡас, йомортҡа бешереп ашарға булдыҡ. Мин уларҙы табаға һытып, плитәгә ултырттым. Тыштан утын индереп, мейес эсенә күп итеп гәзит төрөп һалып, шырпы һыҙҙым. Гәзит гөрләп янып китте. Әммә бер аҙҙан янып бөттө, ә утынға тоҡанманы. Өйгә әсе төтөн еҫе таралды. Тағы гәзит һалып, тағы яндырҙым. Был юлы ла ут һүнде. Төтөнгә сәсәй башланым. Шул мәл өйгә Зәйнәп апай килеп инде лә:

– Ни эшләйһегеҙ, үләһегеҙ бит! – тине. Ишекте асып ебәрҙе. – Йүшкәне асмағанһығыҙ бит!

Шунан Зәйнәп апай үҙе мейес тоҡандырып, йомортҡа бешереп, сәй ҡайнатып эсерҙе. Беҙгә шырпы менән булышмаҫҡа ҡушты. Үҙе көн һайын көндөҙ килеп, сәй эсереп йөрөнө.

Әсәйебеҙ оҙаҡ ҡына ятты дауаханала. Үҙен һағынып үлә яҙҙыҡ. Ярай, ҡайтты. Ә бит Айраттың әсәһе бер ваҡытта ла ҡайтмай...

Көндәрҙең береһендә, уйнап йө­рөгәндә, дуҫыма күптән йөрәгемде өйкәп йөрөгән һорауҙы бирҙем:

– Айрат, әсәйеңде күргең киләме?

– Юҡ, күргем дә килмәй!

– Ә яратаһыңмы?

– Юҡ!

Дуҫымдан башҡаса әсәһе хаҡында бер ҙә һорашманым. Йылдар үтә торҙо. Айрат ир ҡорона инде. Ауылға ҡайтҡанда әсәйемдән тағы:

– Айраттың әсәһе килгәне бармы икән? – тип һораным.

– Былтыр ҡайтып киткән, күрше ауылға туғандарына. Улын күрергә теләгән. Айрат бармаған.

– Ни эшләп улай итте икән?

– Эй, балам... – тине әсәйем. – Күрәһең, ғәфү итә алмағандыр.

Тиңдәштәре башлы-күҙле булып, балалар үҫтерә башланы. Тик Айрат ҡына ғаилә ҡорорға ашыҡ­маны. Итәғәтле, һәр ваҡыт аҡсалы егет янында уралған ҡыҙҙар ҙа аҙ булманы. Кем белә, бәлки, бәлә­кәйҙән ҡатын-ҡыҙ хыянатына дусар булған сабыйҙың йөрәгендә гүзәл затҡа ҡарата ышанмаусанлыҡ, үпкә кеүек мәңге иремәҫлек боҙ хасил булғандыр. Бөтә әсәйҙәр ҙә бер үк түгел дә инде...

Читайте нас: