Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының “Медиайыйын” форумында ижтимағи бәйләнештәр үҫеше өлкәһендәге “Көмөш уҡсы” милли премияһы башҡарма директоры Надежда Явдолюк киң мәғлүмәт сараларының биләмәләр үҫешендәге өлөшө хаҡында һөйләне.
“Үҙ көсөң менән ҙур уңышҡа өлгәшергә мөмкин, хатта халыҡ-ара форматҡа сығырға була. Ниндәй генә проектты алһаң да, уларҙың һәр береһендә тиерлек аң-фекерҙе таң ҡалдырырлыҡ һандарға тап булаһың, - тип белдерҙе Надежда Владимировна. – Күптән, 40 йыл элек, киткәйнем. Килгәйнем – бөтөнләй икенсе ил, райондар үҫешә".
Ул геобрендинг тураһында һөйләне. Был – аныҡ биләмәнең – ҡаланың, райондың, ауылдың йәки ҡасабаның - баҙар иҡтисадындағы тауарҙы алға этәреү, уны таныулы итеү өсөн мөһим инструмент.
- Геобрендинг – биләмәнең конкурентҡа һәләтлелеген күтәреү, урындағы үҙенсәлектәр тураһындағы ыңғай мәғлүмәттәрҙе алға этәреү. Инвесторҙар биләмәгеҙҙә үҙҙәренең эшмәкәрлеге өсөн ҡыҙыҡ булған осраҡта ғына киләсәк, - тине Надежда Явдолюк.
Мәҫәлән, Бөрйән районы тиһәк, иң алда Бөрйән бал ҡорттары менән солоҡ балын күҙ алдына килтерәбеҙ.
Фото: Резеда Шәнгәрәева.