Туймазы районының Кендектамаҡ ауылында ошо көндәрҙә ике үҫмер күңелһеҙ хәлгә тарыған – улар ике метр бейеклектәге тимер торбанан ҡолап ҡазаланған.
"Башинформ" хәбәр итеүенсә, ағалы-ҡустылы ике малай йырын аша һалынған торбала уйнап йөрөгәндәр, әммә бер мәл, уйынға әүрәп, хаҡһыҙлыҡты юғалтҡандар, һөҙөмтәлә йырынға ҡолап төшкәндәр. Тәрәндән үҙаллы сыға алғандар-алыуын һәм үтеп барыусыға ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәндәр. Шулай итеп, уйындан уймаҡ сыҡҡан, 14 йәшлек үҫмерҙең умыртҡа һөйәге һынған, әле ул дауаханала. Ә 12 йәшлегенең күкрәге бәрелгән, тәүге ярҙамдан һуң уны өйгә ҡайтарғандар.
Йәйге каникулдар башланып ҡына тора, бәлә-ҡазаға тарымаҫ өсөн балаларға хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре хаҡында иҫтәренә төшөрөп тороу фарыз.
Фото pixabay.com