Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Июнь 2022, 22:00

“Бөгөн эсмәй генә ҡайтһын ине...”

"Сәлимәгә ғәләмәт рәхәт. Атаһы булмағас, шауламағыҙ, тип әрләүсе лә, өйҙәрендә араҡы эсеүсе лә юҡ!.." 

“Бөгөн эсмәй генә ҡайтһын ине...”
“Бөгөн эсмәй генә ҡайтһын ине...”

Күршеләрҙән уйнап ҡайтып ингән ете йәшлек Гөлназ бөгөн ҡапыл: “Әсәй, әйҙә, атайҙан китәйек!” – тип шаҡ ҡатырҙы.

– Нишләп, балам? Атайһыҙ ҡыйын булыр бит... - тине Гөлзифа аптырап. 

– Юҡ, ана Сәлимәгә ғәләмәт рәхәт. Атаһы булмағас, шауламағыҙ, тип әрләүсе лә, өйҙәрендә араҡы эсеүсе лә юҡ.

– Эй, ҡыҙым... Атайың бит гел генә араҡы эсеп йөрөмәй.

– Эсһә, ул мине яратмай, “башымды ҡатырма” ти. Һине лә яратмай, яратһа, “араҡы тап” тип төндә сығарып ебәрмәҫ ине.

– Эй, бәләкәсем, аҙ ғына үҫһәң, аңларһың әле... Атайың һине үҙенсә ярата ул. Ана бит, ниндәй матур велосипед алып ҡайтҡан, район үҙәгендә бер кешенең йорт ҡыйығын япҡандан һуң.

– Эйе шул. Эсмәһә, мин дә уны яратам. Сәпитемде лә, – тип тәтелдәп, зал уртаһында торған велосипедына атланды ҡыҙ һәм “Әсәй, иртәгә сәпитем менән урамда йөрөйөм йәме”, – тип уйынға әүрәп китте. Ә Гөлзифа эше менән булды, тик бәләкәс ҡыҙының һүҙҙәре ҡабат-ҡабат яңғырағандай, тынғылыҡ бирмәне...

Айырылып ни генә ҡылһын инде Гөлзифа. Барыр ере, батыр күле юҡ тигәндәй. Ата-әсәһе күптән гүр эйәһе, тыуған йортонда ҡустыһы ғаиләһе менән йәшәй. Ана күрше Сәриә, “эскән, көнләшкән ир менән йәшәмәйем” тип, биш йәшлек Сәлимәһен алып, ата-әсәһе янына ҡайтты ла төштө. Ҡыҙын бында ҡалдырып, Себер яғына эшкә йыйына, Гөлзифаны ла өгөтләй. “Эскән ир менән ыҙалап йәшәмә, аҡса эшләп, аҙыраҡ күҙең асылыр”, – ти. Сәриәнең таяныр кешеләре бар шул.

Юҡтыр, тәүәккәлләй алмаҫтыр Гөлзифа. Бәләкәй Гөлназын кемгә ҡалдырыр? Студент улы, мәктәп-интернатта уҡыған ҡыҙы кемгә күҙ төбәп ҡайтыр? Эскән иргә йортто, мал-тыуарҙы ышанып ҡалдырып булыр тиһеңме?

“Ярай, бер мин генә улай йәшәмәйем әле. Эсмәгән сағында, унда-бында ҡалымға йөрөп, аҡса ла эшләп ала. Утынын да, бесәнен дә йүнләй. Тик шул эскелеге генә инде... Эй, Хоҙайым, бөгөн ҡалымдан эсмәй генә ҡайтһын инде”, – тип теләй-теләй ҡатын киске аш әҙерләргә тотондо...

Ә бит уйлап ҡараһаң, киң илебеҙҙең бик күп төбәктәрендә меңәрләгән ҡатын-ҡыҙ тап Гөлзифа хәлендә йәшәй, балалар хаҡына тип түҙә, нимәгәлер өмөт итә...

Фото: wikifoto.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: