Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Июнь 2022, 17:00

Латифа инәйгә – 100 йәш!

Латифа Рахманғолова бөгөнгө тормошто ожмахҡа тиңләй

Латифа инәйгә – 100 йәш!
Латифа инәйгә – 100 йәш!

Көйөргәҙе районының Яҡшембәт ауылында ғүмер йомғағын һүтеүсе Латифа Рахманғолова 100 йәшлек күркәм юбилейын билдәләне.

– Барыһын да баштан кисерҙек, аслыҡ йылдары ла үҙәккә үтте, һуғыш осоронда ла интектек, – тип һөйләй Латифа Абдулла ҡыҙы. – Әммә бер ҡасан да төшөнкөлөккә бирелмәнек, һәр ваҡыт киләсәккә ҙур маҡсаттар ҡуйҙыҡ, иң мөһиме, яҡты тормошҡа өмөттө өҙмәнек.

Латифа Рахманғолова бөгөнгө тормошто ожмахҡа тиңләй, ошондай муллыҡ һәм байлыҡтың ҡәҙерен белеп кенә йәшәүгә баҫым яһаны.

Латифа Абдулла ҡыҙы белдереүенсә, ул оҙаҡ йылдар “Искра” колхозында тир түккән, һуңынан мәктәптә эшләгән. Әле яҡындары ҡәҙер-хөрмәт күрһәтә.  

Фото: “Бәйләнештә” селтәренән.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: