Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Июнь 2022, 16:30

Нимә ул суперсервис?

Яңы мөмкинлек тураһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һөйләне. 

Нимә ул суперсервис?
Нимә ул суперсервис?

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә пост ҡалдырҙы. Унда ул яңы суперсервис тураһында һөйләй.

“Беҙ республикала йәшәгәндәр һәм бизнес өсөн дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙе электрон төрҙә алыу өҫтөндә күп эшләйбеҙ. Ул ваҡытты, көстө экономиялай, ә дәүләт менән үҙ-ара килешеп эш итеүе уңайлаша.

Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы, Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы менән берлектә БР Һанлы үҫеш министрлығы әҙерләгән “Һанлы мөлкәт һәм төҙөлөш” суперсервисы хаҡында һөйләмәксемем. Был сайтта төҙөлөш башлаусылар өсөн бөтә мәғлүмәт тупланған. Ул шәхси йорт төҙөргә йыйынған ябай халыҡҡа ла, ҙур биләмәләрҙе үҫтерергә ниәтләгән төҙөүсе-девелоперҙарға ла берҙәй файҙалы була ала.

Уңайлыраҡ булһын өсөн типлаштырылған хәлдең бер нисә сценарийы әҙерләнгән – сауҙалашыуҙа участка һатып алыуҙан йәки уны бушлай алыуҙан алып йорт төҙөүгә һәм селтәргә тоташтырыу өсөн килешеү төҙөүгә тиклем. Хәҙер теләһә ниндәй этапта документтарҙы дөрөҫ тултырыу өсөн сәғәттәр буйына нормативты өйрәнергә кәрәкмәй – төрткөгә баҫыу ҙа етә. Өҫтәүенә бөтә хеҙмәттәрҙе лә онлайн алырға мөмкин. Әгәр кәрәкле хеҙмәтте электрон төргә күсермәһәләр, сервис уны нисек һәм ҡайҙа алырға кәрәклеген күрһәтә. Барыһы ла тиҙ һәм уңайлы, артыҡ мәшәҡәтһеҙ.

Суперсервистың үҫешеүен дауам итеү бик мөһим. Мәҫәлән, тормош ситуациялары бүлеге ҡулланыусыларҙың ихтыяждарын иҫәпкә алып тулыланасаҡ.

Һылтанма ҡалдырам: https://stroyka.bashkortostan.ru/

Файҙалы булыр тип ышанам. Барығыҙға ла уңыштар”, – тип яҙҙы ул.

Фото: "Бәйләнештә". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: