“Башҡортостан” республика гәзите баш мөхәрриренең урынбаҫары Рәшит Зәйнуллин менән хәбәрсе Илдар Аҡъюлов Баймаҡ районына командировкаға барҙы. Улар Баймаҡ районы хакимиәтенең эштәр идарасыһы Илгиз Байымов менән осрашты.
– Ялан батырҙарын, игенселәрҙе, ғөмүмән, уңғандарҙы дәртләндереү маҡсатында һабантуй байрамын ойошторҙоҡ, – тине Илгиз Хөрмәт улы. – Шул шатлыҡлы, һәр йәһәттән дә халыҡтың кәйефе көр һәм яҡшы. Үткән йыл менән сағыштырғанда, быйыл әҙме-күпме яуым-төшөм булды, тағы ла ямғырҙарҙың яуыуын теләйбеҙ.
Илгиз Байымов һөйләүенсә, Баймаҡ ҡалаһын һәм ауылдарҙы төҙөкләндереү буйынса эштәр планға ярашлы бара.
Фото: Рәшит Зәйнуллин.